Алтынан һуң ашарғамы?29.06.2012
Диетологтар киске сәғәт алтынан һуң туҡланыуҙы тыя. Тик тап ошо ваҡытта эштән ҡайтып, тәмле ризыҡ ашағы килә. Ғаиләгә табын әҙерләйһең, ә үҙеңә бер ҡалаҡ та ҡабырға ярамай. Был серле һан ҡайҙан барлыҡҡа килгән һуң?
Кис организм әүҙем түгел, калорияларҙы тиҙ “яндыра” алмай. Шуға күрә ябығырға теләүселәргә кисен ашау ҡәтғи тыйыла. Был — диетологтарҙың фекере. Ә бына табиптарҙың белдереүенсә, сәғәт алтынан һуң асығыу – сәләмәт кеше өсөн тәбиғи күренеш. Бары тик киске ашты йоҡлар алдынан өс сәғәт алда ашарға кәрәк. Киске сәғәт туғыҙҙан һуң организм ашау теләге тураһында ялған сигналдар ебәрә башлай. Нәҡ шул ваҡытта һыуытҡыс эргәһенә барыуҙан тыйылығыҙ. Ошо ваҡытта ашаған ризыҡ организмда май рәүешендә йыйыла. Был сигналдарға ҡаршы тора белеү ҙә мөһим: китап уҡығыҙ, өй эштәре менән булығыҙ. Кис ныҡ ашағы килә икән, берҙән-бер юл — еңелсә туҡланыу. Кеше йоҡлап киткәс, бер килке ваҡыттан һуң организмда аминокислоталар бүленеп сыға башлай. Ул үҫеү гормонына тәьҫир итә һәм организмдағы майҙарҙы үҙенә ала. Ундай аминокислоталар һөттә, һөт ризыҡтарында күп. Шуға күрә киске ашты кефир йәки ҡатыҡ менән алыштырһаң, һис шикһеҙ, ябығырға була.


Вернуться назад