Мең дә бер кәңәш29.06.2012
Йәй миҙгеле — емеш-еләктең мул сағы. Уңған хужабикәләр был осорҙа тәбиғәт күстәнәсенән ризыҡтар әҙерләй, ғаиләһен һыйлай. Беҙ ҙә, әйҙәгеҙ, эшкә тотонайыҡ.
Ҡайын еләгенән кеҫәл
Таҙартылған, йыуылған еләктә иләктә ыуып, марля аша һөҙөргә — һыуын һығып алырға. Айырым һауытҡа шәкәр ҡомо һалып һыу ҡайнаталар һәм һалҡын һыуҙа ебетелгән картуф онон (крахмал) ҡушып болғатып бешерәләр. Ҡуйырғас, уттан алып, әҙер ҡайын еләге һыуын һалып болғаталар һәм кеҫәлде һауытҡа ҡойоп һалҡын урында һыуыталар.
1 стакан кеҫәл өсөн 50 г ҡайын еләге, 10-15 г крахмал, 25 г шәкәр ҡомо алына.
Желе
Һыуға шәкәр ҡомо һалып ҡайнатырға. Ул арала ҡайын еләген иләктән үткәреп, марля аша һөҙөргә кәрәк. Икенсе бер һауытта һалҡын һыуҙа желатин ебетелә. Аҙаҡ аҡрын ғына ҡайнап торған шәрбәтле һыуға иләктән үткән еләк менән желатинды һалып 5-10 минут әкрен генә ҡайнаталар һәм уттан алып, бер аҙ һыуынғас, марля аша һөҙөп алып фигуралы һауыттарға ҡойоп ҡатыралар. Табынға бирер алдынан һауыттарҙы әйләндереп тәрилкәләргә һалалар. Желе форманан төшһөн өсөн уны, эсенә кермәҫлек итеп, тиҙ генә ҡайнар һыуға тығып алалар.
100 г еләккә 20-25 г желатин, 100 г шәкәр ҡомо, 400-500 г һыу алына.
Консервалау
Был ысулды ҡулланғанда еләкте оҙағыраҡ һаҡларға мөмкин, ул хуш еҫен, үҙ төҫөн юғалтмай.
Йыуылған еләкте һарҡытҡас 0,5 йәки 1 литрлы быяла банкаға ҡатлап шәкәр ҡомо менән аралаштырып тултырырға һәм 2-3 сәғәткә һалҡын урынға ҡуйып торорға. Ул баҫыла, буш урынына тағы ҡатлап еләк һалына. Тулғас, өҫтөн ҡайнатылған таҙа тимер ҡапҡас менән ҡаплап, пастеризациялайҙар, йәғни еләкле банкаларҙы 70-80 градусҡаса эҫетелгән һыуға ултыртып (һыу банкаға инерлек булмаһын) 25-30 минут утта тотҡандан һуң, кәстрүлдән алып махсус япҡыс ярҙамында ҡапҡасты һауа инмәҫлек итеп яҡшылап ябырға.
Киптереү
Еләкте йыумайынса, сүп-сарынан таҙартып, йоҡа итеп йәйеп ҡояшта, мейестә киптерәләр. Ҡояшта киптергәндә елһеҙ урын һайларға кәрәк. Мейестә киптергәндә, ул бик ҡыҙыу булмаҫҡа тейеш. Уны аҡрын ғына болғатып әйләндергеләп торорға кәрәк. Кипкән еләктән компот ҡайнаталар, кеҫәл әҙерләргә була.
Ер еләгенән кеүәҫ
Таҙартып йыуылған еләкте эмаль кәстрүлгә һалып өҫтөнә һалҡын һыу ҡойорға һәм утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, еләктең һыуын алып 10-15 минут һыуыталар һәм марля аша һөҙәләр. Һыуҙы тар моронло һауытҡа тултырып еткермәйенсә генә (10-15 см ҡалдырып) ҡоялар һәм бал (шәкәр ҡомо ла мөмкин), йөҙөм өҫтәп, ауыҙын һәйбәтләп ябып һалҡын урынға 5-6 көнгә ҡуялар. Тиҙерәк өлгөрһөн өсөн 2-3 көн йылыраҡ, бер көн һалҡын урында тоталар һәм һөҙөп табынға бирәләр.
1 кг ер еләгенә 150-200 г бал йәки 250 г шәкәр ҡомо, 100-150 г йөҙөм һәм 3 литр һыу алына.