Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуровтың килеүе тураһында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде. Ул республика етәкселеге менән рәсми осрашыуҙар уҙғарып мөһим эштәрен тамамлағас, республика райондары буйынса сәйәхәткә юлланды.
Владимир Евгеньевичтың Әлшәй, Туймазы райондарына барыуы осраҡлы булмай сыҡты. Баҡһаң, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесенең атаһы Башҡортостан кешеһе икән. Евгений Петрович Чуров Туймазы районының Үрге Троицк ауылында тыуған. Ул бала килеш кенә ата-әсәһенән ҡала, ауыр яҙмышына ҡарамай, мәктәптә бик яҡшы уҡый. Әлшәй районында Аксен ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Яҙмышы аяныслы булһа ла, ул геройҙарға тиң батырлыҡтар күрһәткән кеше. Ленинградта хәрби-диңгеҙ училищеһын тамамлағандан һуң Балтик флотында Ладога күленең гидрографик партия начальнигы итеп тәғәйенләнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тап ул етәкселек иткән гидрографтар төркөмө Ладога күле буйлап блокадалағы Ленинградҡа “йәшәү юлын” һала. Шул саҡтағы ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. Евгений Чуров һуғышты батырҙарса үтә, күп миҙалдарға лайыҡ була, бер нисә мәртәбә ҡаты яралана. Тыныс тормошта ла әүҙем хеҙмәт итә, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм ғилми эш менән шөғөлләнә.
Владимир Чуров Аксен ауыл хужалығы техникумында атаһы иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыуҙа ҡатнашты. Аҙаҡ уның тыуған төбәге Туймазы районында булды.
Ә. ИЛДУСОВА.