Социаль сәйәхәткә кемде алалар?28.06.2012
2012 йылға социаль тур маршруттарына тәҡдимдәр ҡабул итеү буйынса эксперт советы ултырышында пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн маршруттар исемлеге булдырылды. Быға тиклем Башҡортостан Хөкүмәтенең 2012 йылдың 31 майындағы ҡарары менән “Башҡортостан Республикаһында эске һәм ситтән килгән туризмды үҫтереү” айырым маҡсатлы оҙайлы программаның 2012 йылға иҫәпләнгән ярҙамсы программаһы раҫланғайны.

Эксперт советына республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм, Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеттары, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, Өфө ҡала хакимиәте, Туриндустрия союзы, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы вәкилдәре инә.
Программаға ярашлы, бюджет аҡсаһы иҫәбенә пенсионерҙарға һәм инвалидтарға субсидиялар биреү ҡаралған. Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән һәм шунда йәшәүсе, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһын алыусы 60 йәшкә еткән ирҙәр һәм 55 йәшен тултырған ҡатын-ҡыҙ ғына программала ҡатнаша ала.
Туристик путевкалар муниципаль берәмектә йәшәүсе пенсионерҙар һәм инвалидтар һанына ҡарап бүленә. Путевка алыуға ғаризаны йәшәү урыны буйынса Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль органдары ҡабул итә.
М. МӨХӘМӘТОВА.


Вернуться назад