26 июндә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Гавва Сибай ҡалаһында, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондары хакимиәте етәкселәре, белгестәре менән урында осрашты һәм социаль торлаҡ төҙөлөшө майҙансыҡтарында булды.
Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн төҙөлөп ятҡан ике ҡатлы ете фатирлы йортто ҡарап сыҡты. Әйтергә кәрәк, районда был категория граждандар өсөн торлаҡ төҙөү һәм уңайлы йорттар һатып алыу уңышлы бойомға ашырыла. 2010 йылда, мәҫәлән, 30 һуғыш ветераны, 2011 йылда — 11, быйылғы йылдың тәүге кварталында 10 кеше сертификат буйынса яңы фатир һәм йорт менән тәьмин ителгән.
Николай Гавва, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн торлаҡты сафҡа индереү — иң тәү бурыс, тип билдәләне һәм районда йәш уҡытыусыларға торлаҡ төҙөү эшен ҡыҙыулатыу мәсьәләһенә лә иғтибарҙы йүнәлтте. “Республика ҡаҙнаһында был маҡсатҡа аҡса ҡаралған һәм әле бар. Уҡытыусыларға торлаҡ төҙөү майҙанын мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына яҡын урындарҙан һайларға кәрәк. Мәсьәләне тиҙ арала хәл итһәгеҙ, райондың йәш белгестәрен торлаҡ менән тулыһынса тәьмин итеп ҡаласаҡһығыҙ”, — тигән һығымта яһаны ул.
Районда быйыл төҙөләсәк башҡа социаль объекттар ҙа байтаҡ. Әйтәйек, Иҫәнғолда 110, Абзанда 60 урынлыҡ балалар баҡсалары, Ишемғол ауылында 180 урынлыҡ мәктәпте реконструкциялау эштәре планлаштырылған. Бынан тыш, район үҙәгендә 18 йәше тулған етем балалар өсөн ике фатирлы йорт төҙөлә. Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн бер фатирлы дүрт йорт һалынасаҡ.
Николай Алексеевич артабан Күгәрсен районының төҙөлөш объекттары менән танышты. Мораҡ ауылының Йәштәр биҫтәһендә былтыр июндә урындағы “Элитстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан бюджеттан тыш аҡсаға төҙөлә башланған 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы майҙансығын ҡарап сыҡҡас, Өфө ҡунағы алып барылған эш менән ҡәнәғәт ҡалды. Был объектты төҙөүселәр үҙҙәренең һөнәри байрамына файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙә итте.
Район халҡы өсөн төҙөлөш өлкәһендә тағы ла бер ҡыуаныслы мәл — “Йәш ғаиләләргә социаль торлаҡ” программаһында ҡатнашыусылар өсөн ер участкаларының бүленеүе. Николай Алексеевич район етәкселәре менән был майҙанда ла булды.
Сибайға эш сәфәрен Николай Гавва Арҡайым ҡасабаһындағы башланғыс мәктәпте һәм балалар баҡсаһын ҡарауҙан башланы. 150 урынға иҫәпләнгән мәктәп былтыр октябрҙә сафҡа инде. Заманса йыһазландырылған, бар талаптарға яуап биргән бинала медицина хеҙмәтләндереүе кабинеты, иркен спорт залы, ашхана бар. Әле мәктәп яны биләмәһен, балалар майҙансығын төҙөкләндереү эштәре бара. Мартта реконструкциянан һуң 110 урынлыҡ “Сулпылар” балалар баҡсаһы үҙ ишеген асты. Шулай уҡ ҡалала ғаилә һәм шәхси балалар баҡсалары ла уңышлы эшләй. Сибайҙарҙың был йүнәлештәге эшен Николай Гавва юғары баһаланы. Артабан улар төҙөлөп ятҡан мәҙрәсәне һәм Көнсығыш биҫтәһендәге 220 урынлыҡ балалар баҡсаһын ҡараны. Төҙөлөш эштәре менән яҡындан танышҡас, Николай Алексеевич: “Объекттарҙың һәр береһендә тейешле срокка ярашлы, эш дәррәү алып барыла. Ваҡытында өлгөрәсәктәр, ҡайҙалыр ваҡ-төйәк эш ҡалған, әммә барыһы ла атҡарып сығырлыҡ”, — тине.
Сибай ҡалаһынан һуң Николай Гавва етәкселегендәге делегация Баймаҡҡа юл алды. Улар декабрҙә сафҡа инәсәк 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшө менән танышырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә тиклем төҙөлөш барған урында “боҙ урынынан ҡуҙғалмаған”. Хәйер, Баймаҡ ҡала хакимиәте етәкселегенең был күптән инде “иң ауыртҡан” урындарының береһенә әйләнгән. Екатеринбург ҡалаһындағы “Еврострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте килешеүҙе үтәмәй, шунлыҡтан объекттың тейешле ваҡытҡа сафҡа инмәйәсәге көн кеүек асыҡ. Баймаҡ районы хакимиәтенең төҙөлөш буйынса урынбаҫары Константин Замотаев: “Килеп тыуған хәлдән сығыу юлы икәү: “Еврострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөлөштән баш тартырға йәки, иң яҡшы субподрядчик яллап, объектты ваҡытында тапшырырға тейеш”, — тине.
Р. МӘХИЙӘНОВА менән К. УСМАНОВА әҙерләне.