Юлсылар ҡор йыя28.06.2012
Рәсәйҙең “РАДОР” юл ойошмалары ассоциацияһы етәкселегендә Өфөлә “Автомобиль юлдарындағы яһалма ҡоролмаларҙы төҙөкләндереүҙең заманса технологиялары” өсөнсө фәнни-ғәмәли конференцияһы эшен башлай.

Сара Рәсәй Транспорт министрлығының Федераль юл агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамы менән үткәрелә. Форум эшендә автомобиль юлдарына идара итеүҙең территориаль органдары, муниципаль берәмектәр, юл хужалығы өлкәһендәге подряд, проектлау, ғилми һәм мәғариф ойошмалары вәкилдәре, техника, ҡорамалдар һәм материалдар етештереүселәр ҡатнаша.
Бындай осрашыуҙар юл тармағындағы мәсьәләләрҙе тикшереү һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү генә түгел, шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыу, эшлекле бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеген бирә.
Рәсәйҙәге 70-тән ашыу өлкә, край һәм республика вәкиле сарала ҡатнашырға теләк белдерҙе.
И. ӘХМӘҘИЕВ.


Вернуться назад