- Йылылыҡҡа. Халыҡты йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошмалар өсөн тариф 6 процентҡа күтәреләсәк. 1 сентябрҙән иһә йылылыҡ өсөн түләү 4,5 процентҡа, ә коммуналь хеҙмәттәргә 5,3 процентҡа күтәреләсәк.
- Газға. Халыҡты газ менән тәьмин итеү 15 процентҡа артасаҡ.
- Электр энергияһын ҡулланыусылар өсөн 6 процентҡа. Газ мейесе менән файҙаланған ҡала халҡы өсөн сәғәтенә бер киловаты 2 һум 20 тин торасаҡ. Электр мейесе менән ҡулланыусыларға һәм ауылда йәшәүселәргә ул 1 һум 41 тингә төшәсәк.
- Араҡыға. Әле араҡының бер яртыһының (0,5 литр) уртаса хаҡы — 98 һум. 1 июлдән иһә ул 125 һумға етәсәк. Араҡыға хаҡты арттырыу иҫерткес башҡа төр продукцияға ла хаҡтың артыуына ишара. Ул бер градусҡа 3,125 һумдан иҫәпләнәсәк.
- Автомобилдә йөрөүселәрҙе штрафтарҙың биш тапҡырға артыуы көтә.
Тонировка менән мауығыусыларға ла штраф ҡаралған. Уны тиҙ арала алып ташларға кәрәк. Ҡараңғылатылған тәҙрә өсөн яза үтә лә ҡаты булмаҡсы. Бының өсөн штраф түләүҙән тыш, машинаның теркәү номерҙарын аласаҡтар. Был инде машина менән йөрөүҙе сикләү тигән һүҙ. Шулай ҙа водителгә тонировканы алыу өсөн бер тәүлек ваҡыт бирелә. Ошо арала машинағыҙҙың тәҙрәләрен әле үк тәртипкә килтереү хәйерлерәк.
100 – 2012 йылдың 30 июненә тиклем ғәмәлдә булған штраф суммаһы
300 – 2012 йылдың 1 июленән ғәмәлгә ингән штраф суммаһы
1000 – 2012 йылдың 1 июленән Мәскәү һәм Санкт-Петербургта ғәмәлгә ингән штраф суммалары
Хаҡтарҙың артыуын
һәм штраф күләмен
Лилиә ҒАФАРОВА “ишетте”.