Диплом алғас, эшһеҙ ҡалмаясаҡтар28.06.2012
Диплом алғас, эшһеҙ ҡалмаясаҡтарӨфө урамдарының береһе ни өсөн Степан Кувыкин исеме менән аталыуын баш ҡала халҡының күбеһе белмәйҙер ҙә, моғайын. Ә бына Октябрьский нефть колледжында белем алыусылар өсөн ул яҡшы таныш. Был ғына ла түгел, улар нәҡ ошо шәхес өлгөһөндә тәрбиәләнә. Һөнәри белем биреүсе уҡыу йорто ла Степан Иванович Кувыкин исемен йөрөтә.

Кем һуң ул Степан Кувыкин? Республикала ғына түгел, тотош илдә билдәле нефть сәнәғәтен үҫтереүсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Октябрьский ҡалаһын төҙөүселәрҙең береһе, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техник эшмәкәре. Шуға ла 1975 йылда СССР Нефть сәнәғәте министрлығы приказы менән Октябрьский нефть техникумына С.И. Кувыкин исеме бирелеүе һис тә ғәжәп түгел. Башҡортостанда нефть сәнәғәте өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса ғәйәт ҙур эш атҡарған ул. 1943 йылда Өфөлә Мәскәү нефть институты филиалын ойоштороуын билдәләп үтеү ҙә быға яҡшы дәлил. Шулай уҡ республикала 100-ҙән ашыу нефть ятҡылығы асылыуҙа ла өлөшө ҙур, был ятҡылыҡтарҙың береһе — Туймазыла.
Октябрьский нефть колледжы былтыр йыл аҙағында олпат юбилейын — 60 йыллығын киң билдәләне. Уҡыу йортоноң ни тиклем әһәмиәткә эйә булыуы шул сарала лаДиплом алғас, эшһеҙ ҡалмаясаҡтар асыҡ күренде. Алты тиҫтә йыл эсендә унан 23 меңдән ашыу белгес үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан. Һөнәрмәндәрҙең дә ниндәйҙәре әле! Мәҫәлән, “Роснефть” йәмғиәтенең вице-президенты Ғәни Ғилаев, “Татнефть” йәмғиәтенең генераль директоры Шәфәғәт Тәхәүетдинов, “Газпромтрансгаз Өфө” йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Пашин, “Удмуртнефтегеофизика” йәмғиәтенең генераль директоры Павел Швейцер, “Төмәнпромгеофизика” йәмғиәте директоры Сергей Филатов, БДУ-ның геофизика кафедраһы мөдире, профессор Рим Вәлиуллин, танылған ғалим һәм яҙыусы Рәшит Шәкүр һәм башҡа күптәр тормошҡа юлламаны тап ошонда алған. Юғары вазифа биләмәгәндәренең дә хеҙмәт юлы үкенерлек түгел. Һәр ҡайһыһы үҙ урынын тапҡан, һайлаған һөнәре буйынса эшләгән йәки ошо өлкәлә хеҙмәт итеүен дауам итә. Ҡулдарында Октябрьский нефть колледжы дипломы булған белгестәрҙе бөгөн дә илдең төрлө төбәгендә осратырға мөмкин. Етмәһә уларҙың күбеһе әлегәсә колледж менән бәйләнешен өҙмәй, белем усағының яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып тора, матди-техник базаһын нығытыуҙа ярҙам итә.
Нефть һәм газ сығарыу тармағы өсөн урта звено белгестәре әҙерләүсе уҡыу йорттары Рәсәйҙә лә күп түгел. Колледжда өҫтәмә һөнәргә лә эйә булырға мөмкин. Былтыр, мәҫәлән, илдәге 34 предприятие өсөн 900 белгес әҙерләнгән. Килеүселәрҙең географияһы киң — Краснодарҙан алып Саха (Яҡут) Республикаһына тиклем. Әле колледжда ун һөнәр буйынса уҡытыла. Йыл һайын 400-ҙән ашыу дипломлы белгес хеҙмәт баҙарын тулыландыра, уларҙың 270-е — көндөҙгө бүлектәрҙе тамамлаусылар.
Колледжға 2009 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе һәм Рәсәй Федерацияһының почетлы нефтсеһе, техник фәндәр кандидаты Ғәбибйән Рамазанов етәкселек итә. Әйткәндәй, Ғәбибйән Сәлихйән улы ошо төбәктә йәшәүселәргә генә түгел, ә тотош республика халҡына яҡшы таныш. Туймазы быраулау идаралығы начальнигы булараҡ та билдәле шәхес һанала. Ғөмүмән, нефть сәнәғәте өлкәһендә 30 йылдан ашыу эшләп, тәжрибә туплаған.
Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы ауылдарының береһендә тыуып үҫкән егеттең яҙмышын нефть сығарыуға бәйләүе ҡайһы берәүҙәрҙе ғәжәпләндерә лә торғандыр. Быны, әлбиттә, осраҡлыҡ тип тә атап булалыр. Мәлендә дөрөҫ йүнәлеш бирелгән тип әйтергә лә мөмкин. Нисек кенә булмаһын, ул үҙ урынында, тормоштағы тәғәйенләнешен аныҡ тапҡан.
Директор ауыл балаларына ла һис икеләнмәй техник һөнәр һайларға кәңәш итә. Ата-бабаһы ғүмер баҡый иген иккән төбәктәге егет һәм ҡыҙҙар өсөн дә нефтсе һөнәре менән ҡыҙыҡһыныу ҡамасауламаҫ, тип иҫәпләй. Улар хеҙмәт баҙарын яҡшы өйрәнһә һәм иҡтисадты үҫтереү өсөн ниндәй белгестәр талап ителеүен белһә, быға үҙҙәре лә инанасаҡ, ти. Ысын ир-егеттәр һөнәре һайлайым тигәндәргә лә колледжда юл асыҡ. Һөнәри белем биреүсе уҡыу йортонда барлыҡ сара заман талабына ярашлы алып барыла, иң мөһиме — ихтыяж ҙур булған һөнәр эйәләре генә әҙерләнә.
Ғәбибйән Сәлихйән улы һөнәргә өйрәтеү менән генә сикләнмәй, ә юғары мәҙәниәтле, социаль яҡтан яҡланған белгестәр тәрбиәләүҙе лә төп маҡсаттары итеп ҡуйыуҙарын белдерҙе.
Тағы шуныһы: 2012 — 2013 уҡыу йылында йәнә өҫтәмә биш специональность буйынса һөнәри белем биреү күҙаллана. Ғөмүмән, Октябрьский нефть колледжы яңы уҡыу йылына уҡыусылар ҡабул итә башланы. Билдәле булыуынса, сәнәғәт өсөн төплө әҙерлекле белгестәрҙе һәр ҡайҙа ла ҡуш ҡуллап алалар. Киләсәген аныҡ күҙаллаған һәм уҡып бөткәндән һуң эшһеҙ ҡалмаясаҡтарына ышанғандарҙы Октябрьский нефть колледжында көтәләр.
М. ХАРИСОВА.
Октябрьский ҡалаһы.


Вернуться назад