Ҡануниәткә аныҡлыҡ индереү зарур27.06.2012
("Әллә яңы аяҡ үҫер тиҙәрме икән?", 2012 йыл,1 июнь, № 106)

Гәзит биттәрендә уҡыусыларҙа һорауҙар тыуҙырған, көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелгән мәҡәләләр донъя күреп тора. Билдәле, хат авторҙары теге йәки был проблема буйынса компетентлы органдарҙан яуап көтә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һуңғы ваҡытта тейешле ойошмаларҙың баҫмалағы сығыштарға битараф ҡалмауы, яуап биреүҙә әүҙемлеге күҙәтелә. Әлеге яуап та оҙаҡ көттөрмәне.

“Хөрмәтле редакция!
К. Ишбулдинаның "Әллә яңы аяҡ үҫер тиҙәрме икән?" тигән мәҡәләһенә яуап итеп, түбәндәгеләрҙе еткерәбеҙ.
Шәхесте инвалид тип таныу тәртибе һәм шарттары 2006 йылдың 20 февралендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең "Шәхесте инвалид тип таныу тәртибе һәм шарттары тураһында"ғы 95-се ҡарары тарафынан билдәләнә.
Ҡарарҙың 13-сө пунктында граждандарға срогы сикләнмәгән инвалидлыҡ группаһы тәғәйенләнгән осраҡтар атап үтелә. Ә ҡушымтала күрһәтелгән исемлеккә ярашлы бындай инвалидлыҡ группаһы, гражданды беренсел тикшереүҙән һуң инвалид тип танығас, ике йылдан да һуңға ҡалмайынса тәғәйенләнергә тейеш. Ошо исемлеккә янбаш, сираҡ, табан ослоҡтарының яраҡһыҙ хәлгә килеүе һәм ҡырҡып ташланыуы ла индерелә. Шулай итеп, ҡарар аяғы ампутацияланған граждандарға даими тикшерелеп тормайынса ла инвалидлыҡ биреүҙе күҙ уңында тота.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ҡарарҙың положениелары һаулыҡ һаҡлау органдары, медицина-социаль экспертиза белгестәре тарафынан төрлөсә аңлатыла һәм шунлыҡтан төрлөсә ҡулланылыш таба.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты белгестәре Һеҙҙең мөрәжәғәтегеҙҙә күтәрелгән мәсьәләне ентекләп өйрәнде. Һөҙөмтәлә уны ыңғай хәл итеү маҡсатында ғәмәлдәге ҡануниәткә аныҡлыҡ индереү зарурлығы билдәләнде. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан "Инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында"ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе буйынса Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына мөрәжәғәт әҙерләнә.
Зөфәр ЕНИКЕЕВ,
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе”.


Вернуться назад