“Вәғәҙә” күңелдән сыҡмай27.06.2012
Туймазыға бер туған Туйсиндар гастролгә килде. Иҫ китмәле шәп булды концерттары. Үҙҙәре бер филармонияға торошло талантлы йырсыларҙың йыр-моңон кинәнеп тыңланыҡ. Айырыуса Флүрә ханымдың “Вәғәҙә” тигән йыры күңелде әсир итте. Бына хәҙер ошоно көйләп тик йөрөйөм, рәхәтләнеп бер йырлар инем дә, һүҙҙәрен белмәйем шул.
Ҡәҙерле редакция! Был йырҙы гәзиттә баҫтырһағыҙ, бик шат булыр инем.

Г. БИКБУЛАТОВА.
Туймазы ҡалаһы.


Вәғәҙә

Халыҡ һүҙҙәре Халыҡ көйө

Таң атҡанда, һалҡын шишмә буйында
Осраштыҡ беҙ иркәм менән тағы ла.
Күктә болот тулған ине,
Һандуғас та тынған ине,
Беҙ айырылып киткән сағында.

Вәғәҙә биргәс, кәрәк ине көтөргә,
Ниңә инде хыянат итергә?
Зәйтүнгөл сәскәһе кеүек,
Йәштән һөйгән үҙ йәреңде,
Ниңә инде яңғыҙ итергә?

Вәғәҙә биргән йәш егеткә донъяла
Саф мөхәббәт, керһеҙ күңел, хис кәрәк.
Йәштән өҙөлөп һөйгән йәрең
Үҙ вәғәҙәһен үҙе боҙғас,
Ғазапланып тибә йәш йөрәк.

Миндә хәсрәт, миндә ҡайғы, моңланам,
Һинең уттарыңда янам мин һаман,
Йәш йөрәгем, һин ярһыма,
Дауылдан һуң диңгеҙ тына,
Яныуҙарың бөтөр бер заман.


Вернуться назад