Өфөлә Тәлғәт Тажетдиндың Баш мөфтөй итеп һайланыуына 45 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр18.11.2025
Фото: Олег Яровиков/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Өфөлә Тәлғәт Тажетдиндың Баш мөфтөй итеп һайланыуына 45 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр

18 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XVI «Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре: Бер өммәт – уртаҡ яҙмыш» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһының пленар ултырышында ҡатнашты. Сара Тәлғәт Тажетдиндың Шәйхелислам вазифаһына, Баш мөфтөй һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе итеп һайланыуына 45 йыл тулыуға арналды.


«Беҙҙең осрашыуҙың «Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре: Бер өммәт – уртаҡ яҙмыш» темаһы бөгөн айырыуса көнүҙәк. Был илебеҙ мосолмандары өсөн генә мөһим булып һаналмай. Рәсәй – миллионлаған мосолман өсөн тыуған йорт, ислам донъяһының айырылғыһыҙ өлөшө.


Ике быуаттан ашыу элек тап Өфөлә Рәсәйҙең ислам үҙәгенә нигеҙ һалына. Заманалар, исемдәр үҙгәрә, әммә Өфөлә мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты һәр ваҡыт имандың ҡаҡшамаҫ таянысы булып ҡала, Рәсәй дәүләтенә тоғролоҡто, әхлаҡи нигеҙҙәрҙе һаҡлай. 


Быуаттар дауамындағы күсәгилешлелектә хөрмәтле Баш мөфтөй, шәйхелислам Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиндың роле бик мөһим. Быйыл беҙ уның Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе итеп һайланыуына 45 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Уның өммәтте туплауға, илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, Рәсәй дәүләтселеген һәм халыҡтар татыулығын нығытыуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.


Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәребеҙ Баш мөфтөйҙөң рухи ярҙамын тоя», – тине Радий Хәбиров.


Бөгөн Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты – рухи мәғрифәтселектең иң ҙур үҙәктәренең береһе, тип билдәләне Башҡортостан етәксеһе. Тәлғәт хәҙрәт тәҡдиме менән туғандаш илдәрҙең дини идаралыҡтарын берләштергән Евразия ислам мәғарифына булышлыҡ итеү ассоциацияһы ойошторолдо. Беҙҙе улар менән уртаҡ тарих һәм мәҙәниәт, берҙәм традицион ҡиммәттәр бәйләй.


«Хөрмәтле дуҫтар! Хөрмәтле Тәлғәт хәҙрәтебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, әүҙем оҙон ғүмер, именлек, тыныслыҡ һәм изгелек, барыбыҙға ла мәғрифәтселек һәм рухи хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә уңыштар теләйем», – тип йомғаҡ яһаны республика етәксеһе.


Радий Хәбиров Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесен күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытыуға индергән өлөшө өсөн Башҡортостандың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. 


Баш мөфтөй Башҡортостан Башлығына Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының «Иман һәм намыҫ» орденын тапшырҙы. 


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-18/v-ufe-otmechayut-45-letie-izbraniya-talagata-tadzhuddina-verhovnym-muftiem-4471348

Фото: Олег Яровиков/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы


Вернуться назад