Миңә, эшҡыуар булараҡ, илебеҙҙең төрлө ҡалаларына йомош-юл менән йыш йөрөргә тура килә.
Таныш-тоноштарым Башҡортостандан булыуымды белһә:
— Һеҙҙә халыҡ йәшәй белә, — тип һоҡланыуын йәшермәй.
Улар дөрөҫ әйтә. Ысынлап та, бөтөн нәмә сағыштырғанда беленә. Илебеҙҙең башҡа урындарында төҫһөҙ, емерек ауылдарҙы күреп күңел өшөһә, тыуған республикабыҙға килеп инеү менән уның бүтән төбәктәрҙән күпкә айырылып тороуы күҙгә ташлана. Һәр ерҙә тәртип, бөхтәлек. Йорттарҙың матурлығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел! Баҫыуҙарҙа ашлыҡ өлгөрә. Минеңсә, былар барыһы ла — республика етәкселегенең аҡыллы сәйәсәте емеше.
Салауат МУЛЛАГИЛДИН.
Өфө ҡалаһы.