
Башҡортостанда ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы фаразлана
Республикала болотло һауа торошо көтөлә.
Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 18 ноябрҙә, урыны менән епшек ҡар һәм ямғыр, айырым райондарҙа боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0, +5°.
Шаршамбы, 19 ноябрҙә, төндә урыны менән бер аҙ ямғыр, көнсығышта ҡар ҡатыш, көндөҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көнбайыштан талғын, урыны менән көслө. Температура төндә -2, +3°, көндөҙ +2, +7°.
Кесаҙна, 20 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр, епшек ҡар яуыуы фаразлана. Ел көнбайышта н талғын. Һауа температураһы төндә -3, +2°, көндөҙ -1, +4°.