Ярҙам көтәбеҙ27.06.2012
“Башҡортостан” гәзите — изгелекле, ғәҙел, кешелекле, ярҙамсыл баҫма. Шуға ла һеҙгә ышанып, үтенеп ярҙам һорайбыҙ. Әбйәлил районының Әхмәт ауылы тәбиғәттең йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан. Һаҡмар башы яҡын булғас, төрлө ауыл, райондар һәм ҡалаларҙан беҙгә күптәр килә.

Бай тарихлы ул беҙҙең ауыл. Белеүебеҙсә, ғалим Әхмәтзәки Вәлиди беҙҙә бер аҙна буйы Һаҡмар һыуын тәмләп кинәнгән. Мәктәпкә лә Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелгән. Бала сағымды һағынып, түҙә алмайынса, йыш ҡына ауылыма ҡайтам. Әммә юл ғазабы күреп, саҡ барып етәм тыуған яғыма. Миңә 60 йәш, һаулыҡ юҡ, йәйәү атлап булмай. Шуға ла Асҡар ауылы осонда ҡулыңды күтәреп транспорт көтөргә тура килә. Көнө буйы интегеп, ҡояш байыуға ғына ҡайтып етәһең... Ваҡытында автобус та йөрөнө Әхмәткә, ниңәлер хәҙер юл ябылды. Һағынып ҡайтҡан ауылыңа етһәң, ҡыуанысың көйөнөскә әйләнә. Йәмле йылға буйында бүрәнәләр өйөлгән. Оҫталар бура бурай, ә сүп-сары, ағас ҡалдыҡтары, араҡы шешәләре, пластик һауыттар йәмле болондо ҡаплаған. Ауыл урамынан үтәм. Барыһының да һүҙҙәрен ишетәм. 80 йәшлек аҡһаҡалыбыҙ урамда йәм юҡлығына көйөнә.
Әхмәт ауылы бөгөн ташландыҡҡа әйләнгән. Юл насар. Ауыр техника бүрәнә-утын ташып, уны соҡор-саҡырға әйләндергән. Ололар өйҙәренә телефон үткәреүҙе һорай, тик ишетеүсе юҡ... Төнөн урамға сығыуы ла ҡурҡыныс, лампочкалар “һуҡырайған”. Тыуған ауылымда өс яҙыусы тыуып үҫкән. Ни өсөн уларҙың төйәге ташландыҡ хәлгә әйләнгән һуң? Ваҡытында ауылыбыҙҙа фельдшер эшләп, медпункт булғас, барыһы ла ҡыуанғайны. Бөгөн ул ябыҡ. Ҡырҙастан фельдшерға килеп йөрөүе рәхәт түгел. Әхмәт ауылын шулай яйлап оноталар, ҡото бөтә бара. Йәшлек сәскә атҡан саҡта, клубтың йүнләп эшләмәүе лә ауылыбыҙ йәштәрен һағайта.
Ҙур үтенес менән ауыл халҡы исеменән
ярҙам һорап, Рәсимә Яхина.
Әбйәлил районы,
Гусевка ауылы.


Вернуться назад