
Владимир Путин Башҡортостандың Асҡын районы башлығын бүләкләне
Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандың Асҡын районы башлығы Динис Йосоповты эшендәге уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөнМаҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Был документ «Башинформ» агентлығы ҡарамағында бар.
Динис Йосопов 2021 йылда Асҡын районы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул башлыҡтың социаль мәсьәләләр һәм эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары, шулай уҡ Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү идаралығының урындағы үҙидара органдары менән эшләү бүлегенең баш кәңәшсеһе була.