Башҡортостанда креатив индустриялар өлкәһендә «Ижадсылар» премияһы булдырылды13.11.2025
Фото: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәре

Башҡортостанда креатив индустриялар өлкәһендә «Ижадсылар» премияһы булдырылды

Республика премияһының маҡсаты - заманса ижади мөхитте формалаштырған иң яҡшы идеяларҙы, проекттарҙы һәм командаларҙы асыҡлау.

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров креатив индустриялар өлкәһендә «Ижадсылар» конкурсын тураһында иғлан итте. Уның һүҙҙәренсә, республикала креатив индустрияларға ярҙам күрһәтеү башлана. Заманса креатив иҡтисадты формалаштырған иң яҡшы идеялар һәм проекттар авторҙарын асыҡлау һәм дәртләндереү был премияның төп маҡсаты булып тора.


Ижади иҡтисадҡа архитектура, дизайн, мода, журналистика, әҙәбиәт һәм нәшриәт, реклама, гастрономия, халыҡ художество кәсептәре һәм башҡа йүнәлештәр ҡарай, тип иҫкә төшөрҙө республика етәксеһе.


Премияла ҡатнашыуға ғаризалар һылтанма буйынса 23 ноябргә тиклем ҡабул ителә.


Ҡатнашыусылар өсөн түбәндәге номинациялар ҡаралған: «Креатив продукт», «Цифрлы проект», «Йыл ваҡиғаһы», «Креатив территория», «Остаз», «Медиа», «PR-кампания», «Команда», «Креатив эшҡыуар». Тулыраҡ мәғлүмәт – премияның сайтында.


Конкурсты ойоштороусы – Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-13/v-bashkirii-uchrezhdena-premiya-v-sfere-kreativnyh-industriy-sozdateli-4465073



Вернуться назад