Республикала йәшәүселәрҙе боҙло ямғыр хаҡында иҫкәрттеләр13.11.2025
Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Республикала йәшәүселәрҙе боҙло ямғыр хаҡында иҫкәрттеләр

14 ноябрҙә республикала уңайһыҙ метеорологик күренештәр фаразлана.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ яуым-төшөм, башлыса ямғыр, айырым райондарҙа боҙло ямғыр, томан, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр. Һауа температураһы төндә 0, +5°, аяҙытҡанда -5° тиклем, көндөҙ +3, +8°.


Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында томан төшкәндә күреү мөмкинлегенең 500 метрҙан кәмеүе фаразлана.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-13/zhiteley-bashkirii-predupredili-o-ledyanom-dozhde-4465848



Вернуться назад