Башҡортостанда Баймаҡ — Аҡморон трассаһы яңыртыла14.11.2025
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисовтың телеграм-каналы

Башҡортостанда Баймаҡ — Аҡморон трассаһы яңыртыла

Башҡортостанда Баймаҡ — Аҡморон юлында асфальт япмаһы яңыртыла. Был хаҡта район башлығы Азамат Иҙрисов хәбәр итте. 


Уның һүҙҙәренсә, юлдың бер өлөшөндә асфальт ҡубып сыҡҡан.


«Миңә асфальт ҡубыуы хаҡында хәбәр еткерҙеләр. Мин шунда уҡ подрядсы ойошманың эшен тикшерергә килдем. Эшселәр тиҙ арала проблеманы хәл итеүгә тотондо — асфальт япмаһы алынды, әле ер өҫтөн тигеҙләйҙәр, ҡырсынташ тултыралар. Мәсьәләне даими тикшереүгә алдыҡ, халыҡҡа борсолорға урын юҡ», — тип билдәләне район башлығы. 


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-14/v-bashkirii-asfaltiruyut-dorogu-baymak-akmurun-4466532



Вернуться назад