
Өфө аэропорты йәнә штат режимында эшләй
«Өфө» халыҡ-ара аэропортында һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм сығарыуға ваҡытлыса сикләү ғәмәлдән сығарылды. Был хаҡта Федераль һауа транспорты агентлығынан хәбәр иттеләр.
Бынан тыш, Ҡазан, Түбәнге Кама, Ырымбур, Пенза, Һамар һәм Һарытау аэропорттары үҙ эшен тергеҙҙе. Сикләү осоштарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн индерелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан биләмәһендә «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдә.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-14/aeroport-ufy-vozobnovil-rabotu-4466722