Йәй ауыр хәлгә тарығандарға тәүге ярҙамды нисек күрһәтергә?27.06.2012
Йәй ауыр хәлгә тарығандарға тәүге ярҙамды нисек күрһәтергә?Күҙгә сүп төшһә

- Күҙ ҡабаҡтарын асығыҙ. Уңға, һулға, аҫҡа, өҫкә ҡарағыҙ. Күҙҙе йыуығыҙ. Әгәр был ярҙам итмәһә, таҙа ҡулъяулыҡ йәки марляны һыуҙа йә иһә күҙ антисептигы иретмәһендә сылатҡандан һуң, уның менән сүпте алығыҙ.

Тыйыла! Күҙҙе ышҡыу, сүпте осло ҡулайламалар (пинцет) менән алыу, күҙгә сәнселгән сүпте сығарыу.



Йәй ауыр хәлгә тарығандарға тәүге ярҙамды нисек күрһәтергә?Ағыуланғанда

- Ағыуланғандан һуң бер сәғәт үткәс тә кеше ҡоҫмаһа, ашҡаҙанды йыуҙыртырға кәрәк.
- 15 минут һайын уға бер аш ҡалағы һыу ғына эсерегеҙ, ашатмағыҙ. Активлаштырылған күмер (1 кг тән ауырлығына — 1 г) бирергә мөмкин.
- Температураһы күтәрелһә, дарыу ҡаптырығыҙ.

Иң мөһиме! Бәшмәк менән ағыуланыу осрағы булһа, ҡоҫоу арҡаһында кеше һыу эсә алмаһа, алты сәғәттән ашыу бәүел бүленеп сыҡмаһа йәки ул ҡарағусҡыл төҫтә булһа, ҡоҫҡолоҡта, тиҙәктә ҡан күҙәтелһә, тәнгә сабыртма сыҡһа йәки ул һарғайһа, күҙгә ҡуш һымаҡ күренһә, йотҡолоҡ эшләмәһә, кисекмәҫтән “ашығыс ярҙам” саҡырығыҙ.

Йәй ауыр хәлгә тарығандарға тәүге ярҙамды нисек күрһәтергә?Ҡояш һуҡһа

Үҙенсәлектәре: баш әйләнеү, күңел болғаныу, ҡоҫоу, температура күтәрелеү.

- Эҫе ҡапҡан кешене күләгәле урынға, һалҡынса бүлмәгә аяҡтарын бер аҙ күтәртеп ятҡырығыҙ.
- Тәнен һыуыҡ һыу менән ышҡығыҙ.
- Маңлайына һалҡын компресс ҡуйығыҙ.
- Бүлмәне елләтегеҙ.
- Эсемлек бирегеҙ һәм табип саҡырығыҙ.



Йәй ауыр хәлгә тарығандарға тәүге ярҙамды нисек күрһәтергә?Танауға сит әйбер инһә

- Ауыҙ менән тын алығыҙ.
- Ҡан тамырҙарын тарайта торған дарыу тамыҙығыҙ.
- Ауыҙ аша тын алырға һәм танауҙың буш тишеген ҡаплап, тынды танау аша сығарығыҙ.
- Сабый бала ошондай хәлгә тарыһа, кисекмәҫтән дауаханаға оҙатығыҙ. Әгәр әйберҙе үҙаллы сығарыу мөмкинлеге булмаһа, танауҙан ҡан, бүлендек килә башлаһа, мотлаҡ табипҡа күренегеҙ.

Тыйыла! Танауҙы йыуҙыртыу, пинцет һәм башҡа әйберҙәр ҡулланыу, мамыҡ тығыу, танау тишеген ҡаплау.


Йәй ауыр хәлгә тарығандарға тәүге ярҙамды нисек күрһәтергә?Танау ҡанаһа

- Танауынан ҡан килгән кешене ултыртып, башын алға (артҡа түгел) эйҙертегеҙ. Ул ауыҙ аша тын алырға тейеш. Ҡанды йоторға ярамай.
- Танауҙы 10 минутҡа ҡыҫып тотоғоҙ, был урынға һалҡын әйбер ҡуйығыҙ. Ҡан туҡтамаһа, ошоно уҡ тағы бер тапҡыр ҡабатлағыҙ.
- Ҡан туҡтағас, битте йылымыс һыу менән йыуығыҙ. Сирле кеше тынысланып, бер аҙ ятып торорға тейеш.

Иң мөһиме! Танау йыш ҡанай икән, мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк. Бының сәбәбе эске ағзалар сиренә бәйле булыуы ихтимал.



Йәй ауыр хәлгә тарығандарға тәүге ярҙамды нисек күрһәтергә?Бөжәк тешләһә

- Тәндә бөжәктең ҡаяуы ҡалһа, һаҡ ҡына пинцет менән алып ташлағыҙ. Шеште туҡтатыу һәм ауыртыуҙы баҫыу өсөн был урынға 10 минутҡа һалҡын әйбер ҡуйығыҙ. Унан һуң аллергияға ҡаршы дарыу һөртөгөҙ.
- Ҡыҙарып торған урын ҙурайһа, ныҡлап шешһә, һыҙлаһа, аллергияға ҡаршы дарыу эсерегеҙ.
- Был да ярҙам итмәһә, елһенеүгә ҡаршы гормональ укол ҡаҙарға кәрәк.


Вернуться назад