
Киләһе ҡыш былтырғыһынан һалҡыныраҡ булыуы ихтимал
Рәсәйҙең Гидрометеорология үҙәге киләһе ҡыштың һалҡын булмаҫын фаразлай. Температураның нормаға ярашлы йәки унан бер аҙ юғарыраҡ булыуы көтөлә. Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд һүҙҙәренсә, үтә йылы 2024-2025 йылғы ҡыш менән сағыштырғанда иһә быйылғы ҡыш бер аҙ һалҡыныраҡ булмаҡсы.
РИА Новости агентлығына биргән интервьюһында Вильфанд ҡыш епшек көндәрҙең күп, әммә шул уҡ ваҡытта -20 градусҡа тиклем һәм унан түбәнерәк температуралы осорҙар булыуы мөмкинлеген билдәләй. Бындай сценарийҙың тормошҡа ашыу ихтималлығы 65-68% тип баһалана.
«Башинформ» яҙғанса, республикала октябрҙән ғинуарға тиклемге осор – нормаға яҡын, февраль һәм март айҙары норманан юғарыраҡ булыуы күҙаллана. Хәүефле метеорологик күренештәр өсөн шарттар тыуҙырған «температура тирбәлеүе» көтөлә.