Өфөнән Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшен билдәләй14.11.2025
Фото: Олег Котов / ТГ-канал

Өфөнән Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшен билдәләй

Өфөнөң Ленин районынан хеҙмәт ветераны Хәмиҙә Дәүләтова 95 йәшлек юбилейын билдәләне.

Хәмиҙә Ғәйзетдин ҡыҙы Кушнаренко районында тыуған. Һуғыш йылдарында тылда тир түгә, фронтҡа ярҙам итә. 1949 йылдан 1956 йылға тиклем 1-се Икмәк заводында эшләй. 1956-1986 йылдарҙа Киров исемендәге заводта бригадир була.


Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөгөн оҙон ғүмерле инәй өс ейәне һәм ике бүләсәренең иғтибарына төрөнөп ғүмер кисерә, тип хәбәр итте Өфөнөң Ленин районы башлығы Олег Котов. Ул юбилярҙы тәбрикләп, ныҡлы һаулыҡ, күңел йылыһы, яҡындарының һөйөүен тойоп йәшәүен теләне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-14/dolgozhitelnitsy-iz-ufy-hamida-davletova-prazdnuet-95-letie-4467359



Вернуться назад