Көлгәнгә көлкө27.06.2012
Бер ҡатын һайлауҙа тауыш биреү алдынан теркәлергә килә.
— Тыуған көнөгөҙ?
— 20 май.
— Йылы?
— Йыл һайын, әлбиттә.
* * *
Уҡытыусы уҡыусынан:
— Ниңә һинең иншаң ағайыңдың былтыр яҙғанына һүҙмә-һүҙ тура килә? — тип һорай.
— Уның нимәһенә аптырарға: беҙҙең бит икебеҙгә лә бер апай, — тип яуаплай малай.
* * *
— Эй, иптәш! Ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙе галстукһыҙ казиноға индерә алмайым!
— Ә был ир бөтөнләй яланғас та баһа.
— Һуң ул бит сығып бара.
* * *
Бөкөрө менән тотлоғоп һөйләшкән кеше бик яҡын әшнәләр. Бер көндө бөкөрөһө иптәшенә:
— Телевидениеға дикторлыҡҡа конкурс иғлан иттеләр. Бәлки, һин дә бәхетеңде һынап ҡарарһың, — ти.
Тотлоҡҡан оҙаҡ ҡына ризалашмай, шулай ҙа бөкөрө уны күндерә. Иптәше телевидениеға килә, бер һүҙҙе биш минут һуҙып әйтә. Уны ҡыуып сығаралар.
Ҡайтҡас тотлоҡҡан бөкөрөнән үс алырға була. Уға килә лә:
— Фотоңды ал, юғиһә альбомым ябылмай! — тип екерә.
* * *
— Ҡатының менән булған кисәге талаш ни менән бөттө? — тип һорай дуҫтары бер ирҙән.
— Аҙаҡтан ул тубыҡланып миңә шыуышып килде, — ти ир ғорур ғына.
— Шунан нимә тине һуң?
— “Карауат аҫтынан сыҡ, ҡурҡаҡйән”, — тине.
* * *
Йәш артист тәүге тапҡыр гастролгә йыйына. Коллегалары уға юлға сумаҙан алырға кәңәш итә.
— Нимәгә ул?
— Салбарыңды, күлдәгеңде, эске кейемеңде һалырға.
— Уларҙы һалып алғас, нимә кейермен һуң?