Башҡортостанда Малейка һәм Иоанн исемле сабыйҙар тыуған17.11.2025
Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостанда Малейка һәм Иоанн исемле сабыйҙар тыуған

Иң популяр исемдәр – Ева һәм Әмир.

2025 йылдың 1 ғинуарынан 16 ноябренә тиклем донъяға килгән сабыйҙарҙың үҙенсәлекле һәм популяр исемдәре билдәле булды. Был турала ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталы хәбәр итә.


Сервис мәғлүмәттәре буйынса, ҡыҙҙар араһында – Малейка, Эльвира, Рейна, Афра һәм Родаслава, ә малайҙар араһында Эдель, Янислав, Йософйән, Кирос һәм Иоанн исемдәре лә осрай.


Ҡыҙҙарҙың иң популяр исемдәре – Ева (350), Амелия (344), Әминә (338), София (316) һәм Эмилия (313). Малайҙарға йышыраҡ Әмир (453), Эмир (340), Тимур (335), Мирон (281) һәм Михаил (276) тип ҡушалар.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-17/v-bashkirii-poyavilis-na-svet-maleyka-i-ioann-4469287



Вернуться назад