
Рәсәйҙә сайттарҙың «аҡ» исемлеге яңыртылды
Рәсәй почтаһы, «Намыҫлы билдә» дәүләт системаһы, Рәсәй тимер юлдары, Туту.ру туристик порталының рәсми сайттары, шулай уҡ 2ГИС навигаторы, «Максим» таксийы һәм Gismeteo яңыртылған ресурстар исемлегенә индерелде, мобиль интернет булмаһа ла, уларҙы асырға мөмкин. Был хаҡта илдең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы хәбәр итте.
Бынан тыш, «аҡ» реестрҙа Альфа-Банк һәм бер нисә киң мәғлүмәт сараһы, шул иҫәптән «Комсомольская правда», РИА Новости, РБК, «Газета.ру», «Лента.ру» һәм Rambler бар.
Башҡортостанда шәкәр мониторингы ҡушымталарын ошо исемлеккә индереүҙәре мөмкин.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-17/v-rossii-obnovili-belyy-spisok-saytov-4469585