Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеге мәңгеләштерелә
Дәүләт Думаһы 19 апрелде Совет халҡы геноциды ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип иғлан итергә тигән тәҡдим индерҙе. Билдәле булыуынса, 1943 йылда ошо көндө СССР Юғары Советы Президиумы нацистарҙың һәм уларҙың ярҙамсыларының тыныс халыҡҡа ҡарата ҡанһыҙлығы өсөн яуаплылығын нығытҡан Указ сығарған.
Шулай уҡ Рәсәйҙә совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлеген мәңгеләштереү хәйриә һәм ирекмәндәр эшмәкәрлеге исемлегенә индерелә, ә һәләк булғандарҙың исемдәрен асыҡлаған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға социаль йүнәлешле тигән статус бирелә. Ошо башланғыс ярҙамында улар өҫтәмә дәүләт ярҙамы алырға хоҡуҡлы (мәҫәлән, биналарҙы бушлай файҙаланырға, медстраховка алырға һәм башҡалар).
Бынан алдараҡ Өфөлә нацистарҙың енәйәттәре тураһында күргәҙмә уҙҙы.