Урал ғына тауҙың, ай, башында урай-урай үҫкән бер ҡурай...27.06.2012
Урал ғына тауҙың, ай, башында урай-урай үҫкән бер ҡурай...“Ҡурай, ниндәй генә ябай булып күренмәһен, барыбер бөтмәҫ-төкәнмәҫ сер һаҡлай үҙендә. Уның моңо, тауышы илаһи көс-ҡөҙрәткә эйә. Ҡурайсы моңо менән кешеләрҙе үлемдән ҡотҡарып ҡалған, ҡайғылының ҡайғыһын баҫҡан, тип раҫлай риүәйәт. Башҡорттар үҙҙәренең оҙон һәм ауыр тарихи юлдарын йыр, ҡурай менән бергә үткәргән”, – тип яҙҙы үҙенең “Сыңрау торналар иле” тигән китабында арҙаҡлы ғалим, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүр. Республикала ҡурайға бәйле тағы ҙур байрам көтөлә, ошо хаҡта танылған ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай ҒӘЙНЕТДИНОВ һөйләй:

– Йылдың әһәмиәтле ваҡиғаларға шул тиклем бай башланыуы һәм дауам итеүе шатландыра. Республикабыҙҙың әле бер районында, әле бүтән ҡалаһында төрлө мәҙәни сараларҙың даими үтеп тороуы – шуға асыҡ миҫал. Ҡурай тартһаң, көй булыр, бүрәнә тартһаң, өй булыр тигәндәй, 30 июндә Көйөргәҙе районында Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыу уңайынан ҡурайсыларҙың оло йыйыны ойошторола. Уның Рәсәй тарихы йылында үтеүе беҙҙең өсөн айырыуса әһәмиәтле. “Байрамды ниңә Көйөргәҙе районында уҙғарырға булдығыҙ?” – тип һораусылар ҙа күп. Бынан теүәл 100 йыл элек ҡурайҙа уйнаусылар Ырымбур ҡалаһында байрам иткән, шул уҡ йылды ошондай ҡорҙоң Көйөргәҙе районында ла булыуын уның дауамы тип ҡарау дөрөҫтөр. Ике конкурста ла ҡурайсы Ғәбит Арғынбаев беренсе урынды алған. Көйөргәҙе районы – үҙенә күрә ҡурайсыларҙың географик үҙәге. Ни өсөн? Сөнки милләттәштәребеҙ күпләп һибелгән Һамар, Һарытау, Ҡурған яҡтарын алып ҡарағанда ул тап уртала урынлашҡан.
Йыйындың маҡсаты – йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, ата-бабаларыбыҙҙың изге йолаларын дауам итеү.
Республикабыҙҙа Ҡурайсылар союзы эшләй, унда ике меңдән ашыу ҡурайсы иҫәпләнә. Хәйбулла районында ғына егерменән ашыу ансамблдең булыуы, Башҡортостандың Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыуына 450 йыл тулыуҙы билдәләгәндә 450 ҡурайсыны халыҡ алдына сығарыу, Учалы районының 80 йыллыҡ юбилейында 80 ҡурайсының сығышы, әлбиттә, күп нәмә хаҡында бәйән итә. Шулай уҡ республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында әллә күпме ҡурайсының, ансамблдәрҙең барлығы мәғлүм.
Ҡурайыбыҙға хөрмәттең артыуына, шул уҡ ваҡытта моң сығарған ҡоралыбыҙҙың яу ҡоралы кимәленә күтәрелеүе тураһында ла онотмайыҡ. Яу тигәндән, Наполеон армияһы менән алышта 28 атлы башҡорт полкы төҙөлөүен яҡшы беләбеҙ. 1812 йылғы Ватан һуғышын сағылдырған “Кутузов”, “Наполеон Бонапарт” кеүек йырҙар халыҡ ижадында айырым урын алып тора.
И. АҠЪЮЛОВ яҙып алды.


Вернуться назад