Республикала Әй йылғаһы ярҙарынан сығыуы ихтимал03.09.2025

Республикала Әй йылғаһы ярҙарынан сығыуы ихтимал

Ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр һыу баҫыу хәүефе янауы тураһында иҫкәртә.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, республиканың төньяғында һәм төньяҡ-көнсығышында көслө ямғырҙар яуыуына бәйле 5 сентябргә тиклем Әй йылғаһында һыу ташыуы көтөлә.


Гидрологтар Ҡыйғы һәм Мәсетле райондары биләмәһендә һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртә.


«Ошо райондарҙың халҡын һәм ҡунаҡтарын Әй йылғаһы буйында йөрөгәндә иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Һыу баҫыу ҡурҡынысы янағанда шунда уҡ 112 номерына шылтыратығыҙ», — тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-02/v-bashkirii-reka-ay-mozhet-vyyti-iz-beregov-4370706



Вернуться назад