Башҡортостанда Шүлгәнташ мәмерйәһенә инеү графигы үҙгәрҙе03.09.2025
Фото: «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы

Башҡортостанда Шүлгәнташ мәмерйәһенә инеү графигы үҙгәрҙе

Хәҙер экскурсиялар көнөнә 4 тапҡыр ойошторола.

1 сентябрҙән Шүлгәнташ мәмерйәһенә инеү, музей-экскурсия комплексы буйлап экскурсиялар үткәреү графигы үҙгәрҙе. Хәҙер экскурсиялар көнөнә 4 тапҡыр ойошторола, тип хәбәр итә ҡурсаулыҡ етәкселеге.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, пенсионерҙар, инвалидтар, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, ишле ғаилә ағзалары, хеҙмәт ветерандары өсөн ярты хаҡ ғәмәлдә ҡала.


Ә 8 йәшкә тиклемге балаларға экскурсия бушлай, 9-16 йәшлектәр өсөн 50 % ташлама бар. Бөрйән районы халҡына льгота һаҡлана, бының өсөн паспортты күрһәтергә кәрәк.


Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостандың Шүлгәнташ мәмерйәһе ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-03/v-bashkirii-izmenili-grafik-posescheniya-peschery-shulgan-tash-4371028



Вернуться назад