Республикала йәшәүселәр планета дауылдарын тойоуы мөмкин02.09.2025

Республикала йәшәүселәр планета дауылдарын тойоуы мөмкин


Хәбәр ителеүенсә, ҡайһы бер төбәктәрҙә поляр балҡыш булыуы ихтимал.

Донъя станциялар селтәре мәғлүмәттәре буйынса, Ерҙә рәсми рәүештә планета кимәлендәге магнит дауылдары башлана. Алдағы сәғәттәрҙә геомагнит индексы арта башлауы мөмкин, сөнки ҡайһы бер станцияларҙан G2-G3 кимәлендәге дауылдар тураһында мәғлүмәттәр килә.


Ҡояш астрономияһы лабораторияһы мәғлүмәтенә ярашлы, поляр балҡыштарҙың төп зонаһы Скандинавия илдәрендә һәм Канадала формалаша. Шулай уҡ Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышында күҙәтергә мөмкин.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-02/zhiteli-bashkirii-pochuvstvuyut-na-sebe-planetarnye-buri-4369593



Вернуться назад