Намыҫыбыҙ таҙа булһын!27.06.2012
Намыҫыбыҙ таҙа булһын!Сәбилә СӨЛӘЙМӘНОВА,
педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы:

— “Башҡортостан” — республикабыҙҙың иң абруйлы ижтимағи-сәйәси гәзите. Унда тыуған төйәгебеҙ тормошоноң барлыҡ тармағы ла яҡтыртыла килә. Был гәзитте уҡымай йәшәү мөмкин түгеллегенә быйыл бик ныҡ инандым.
Гәзиткә яҙылмай ҡалғайным — ике күҙем бәйле кеүек бер нисә айҙы үткәреп ебәрҙем. “Башҡортостан”һыҙ йәшәү һуҡыр кеүек йәшәү икән ул.
Хәтеребеҙҙә уйылып ҡалған бер хәл һаман да иҫтә. Беҙ университетта уҡыған йылдарҙа “гәзиткә яҙылыусылар әҙ” тигән һылтау менән “Совет Башҡортостаны”н ябырға әмер әҙерләнеп ятҡан булған. Уяу егеттәр быны белеп ҡалып, уҡыусы йәштәргә оран һалды. Беҙ, студенттар, 22 һум ғына стипендияға, бер ярҙамһыҙ йәшәһәк тә (атайҙарыбыҙ һуғышта һәләк булған ярым етем балалар инек), гәзитебеҙгә беребеҙ ҙә ҡалмай яҙылдыҡ һәм аңлатыу эшенә тотондоҡ. Кемдер башҡа ҡалаларға сығып китте, ҡайһы берәүҙәр Өфөләге уҡыу йорттарында әңгәмәләр үткәрҙе. Тиҙ арала эшебеҙҙең һөҙөмтәһе лә күренде — гәзитебеҙгә яҙылыусыларҙың һаны бермә-бер артты. Гәзитте яба алманылар. Шулай беҙ республикабыҙҙың төп баҫмаһын һаҡлап алып ҡалыуға ҙур өлөш индерҙек.
70–80-се йылдарҙа ла бер тапҡыр киҫкен хәл булды. Шуға беҙ “Башҡортостан”ды икешәр дана алдырҙыҡ. Үкенескә ҡаршы, бөгөн дә гәзиткә яҙылыу ауыр бара. Төп сәбәп — үҙ башҡорттарыбыҙҙың яҙылмауында.
Хөрмәтле милләттәштәрем! Әйҙәгеҙ, республикабыҙҙың исемен йөрөткән, уның көҙгөһө булған “Башҡортостан” гәзитенә дәррәү яҙылайыҡ! Әгәр гәзитебеҙҙе һаҡлап ҡала алһаҡ, үҙебеҙҙең дә намыҫыбыҙ таҙа буласаҡ. Башҡорт бер ваҡытта ла донъя малына мөкиббән китеп ҡыҙыҡмаған — ул халыҡ мәнфәғәтенән сығып эш иткән.


Вернуться назад