Балалар ҡыуанысы27.06.2012
Балалар ҡыуанысыҠырҡ биш йыл элгәре төҙөлгән элекке мәктәп бинаһын хәҙер танырлыҡ та түгел. Ҡулайлаштырыу уҙғарылғандан һуң бушап ҡалған Редькин мәктәбен тамам таушалыу хәленә еткермәҫ өсөн район хакимиәте етәкселеге уны яңыртырға ҡарар итте.
Ҡыҫҡа ғына ваҡытта “Нефтекамастройсервис” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте тарафынан бина тулыһынса ипкә килтерелде, элекке кластар урынына иркен һәм яҡты йоҡо бүлмәләре, ашхана, заманса йыһазландырылған уҡытыу кабинеттары хасил булды. Бинаның тирә-яғы ла төҙөкләндерелде: сәскә түтәлдәре ултыртылды, балаларға уйнау өсөн майҙансыҡ булдырылды. Исеме лә үҙгәрҙе — элекке мәктәп “Кама” балаларҙы сәләмәтләндереү лагерына әүерелде. Уны асыу тантанаһында:
— Балалар — беҙҙең киләсәк, ә киләсәгебеҙ яҡты һәм өмөтлө булырға тейеш, — тине Краснокама районы хакимиәте башлығы Рәзиф Ғилмуллин. — Йәйге осорҙа бында төрлө ауылдарҙан 265 бала ял итәсәк, улар менән ун педагог шөғөлләнәсәк. Ғөмүмән, районыбыҙҙа балалар зауыҡлы ял итһен өсөн бына тигән шарттар булдырылған.Балалар ҡыуанысы Быйыл 19 белем биреү усағында балаларҙың ял лагеры эшләй, тиҙҙән йәштәр эштәре комитеты ҡарамағындағы “Йәш спецназсы” һәм “Спартак” спорт лагеры асыласаҡ, 550 уҡыусы тыуған яҡ буйлап күп көнлөк сәйәхәткә сығасаҡ. Дөйөм алғанда, райондағы һәр бала төрлө йүнәлештәге ял итеү мөмкинлегенән файҙалана, был йәһәттән урындағы һәм республика бюджетынан дүрт миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.
Ошо ҡыуаныслы ваҡиға айҡанлы “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағындағы “Система” мәрхәмәтлек фонды етәксеһе Юлай Ильясов, лагерҙы сафҡа баҫтырыуға көс һалған “Нефтекамастройсервис” йәмғиәте директоры Ришат Әғләмов, “Краснокамастройзаказчик” предприятиеһы етәксеһе Фәнүс Исламов ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе.
Ҡунаҡтарҙың береһе лә буш ҡул менән килмәгән: райондың мәғариф, ауыл хужалығы бүлектәре, ауыл хакимиәттәре, йәштәр эштәре һәм спорт комитеты, йылылыҡ селтәре, Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы, “Торлаҡсервис”, “Автопласт” кеүек ойошма етәкселәре “Кама” физкультура-һауыҡтырыу лагеры директоры Хәлисә Исламоваға ял итеүсе балалар файҙаланһын өсөн ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Марат МОРАТОВ
Краснокама районы.


Вернуться назад