Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар Күп функциялы үҙәктә льготалар юллай ала28.08.2025
Фото: Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәре

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар Күп функциялы үҙәктә льготалар юллай ала


Бөгөн Күп функциялы үҙәктәр яңы бурыстарҙы хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша, был МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам сараларын күрһәтеүгә лә ҡағыла, тип иҫкә төшөрҙө Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров.


Хәҙер «Минең документтарым» офистарында улар бушлай парковкаларға, мәктәп уҡыусылары өсөн бушлай юл йөрөүгә, I һәм II төркөм инвалидлыҡ алған МХО яугирҙәрен бушлай күсмә хеҙмәтләндереүгә хоҡуҡ алырға мөмкин.


«Йыл аҙағына тиклем беҙҙең алда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә үҙәккә бер килгәндә үк мөмкин тиклем күберәк ярҙам күрһәтеүҙе тәьмин итеү бурысы тора. Мин ошондай ярҙам сараларының кәмендә 90% Күп функциялы үҙәк аша алыуҙы ойошторорға ҡуштым», — тип билдәләне премьер-министр.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-28/v-bashkirii-uchastniki-svo-smogut-oformit-bolshinstvo-lgot-v-mfts-4365287



Вернуться назад