Ял көндәрендә баш ҡалала йәрминкәләр ойошторола28.08.2025

Ял көндәрендә баш ҡалала йәрминкәләр ойошторола

Был иһә тәбиғи аҙыҡ-түлекте етештереүсенең хаҡы менән һатып алыу өсөн шәп мөмкинлек.

30 һәм 31 августа Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре була.


Ҡаланың бер нисә районында тәбиғи ризыҡ һатып алырға мөмкин. Шәмбе Хәҡиҡәт урамында (Ухтомский урамынан Яңы Рәсәй урамына тиклем), Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫелешендә, Эшсе хәбәрселәр урамындағы 2-се йорт, Спорт һарайы, Йәштәр һарайы ҡаршыһындағы майҙанда йәрминкәләр ойошторола.


Йәкшәмбе барлыҡ майҙансыҡтар ҙа эшләй (Хәҡиҡәт урамы буйындағы юл участкаһынан тыш). 


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-28/v-vyhodnye-v-ufe-proydut-traditsionnye-yarmarki-vyhodnogo-dnya-4364676



Вернуться назад