Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә 15 тонна бал килтерәләр
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Һөт иле» ғаилә фестивале быйыл 30 августа Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында ойошторола.
Был сара 2011 йылдан алып үткәрелә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай һәм республиканың һөт продукцияһын таныта. Фестивалгә йыл да бик күп халыҡ йыйыла.
Бында килгән һәр ҡунаҡ бер стакан һөт менән һыйлана ала. Һөт йәрминкәһе, фермер баҙары, сыр кибете ойошторола. Шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, ғаилә өсөн интерактив майҙансыҡтар һәм концерт сығыштары көтөлә.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары сәй фестивалендә күмәкләп сәй эсеү буйынса республика рекордын ҡуйыуҙа ҡатнашырға мөмкин. Унда 2 меңдән ашыу сәй яратыусының килеүе күҙаллана.
«Ҡымыҙ ауылы» майҙансығында республиканың иң яҡшы ҡымыҙ бешеүселәренән шифалы милли эсемлек көтә. Һатыуға кәмендә бер тонна ҡымыҙ килтерергә тейештәр.
Шулай уҡ был көндө «Бал йәрминкәһе»ндә умартасылыҡ продукцияһы тәҡдим ителә. Фестивалгә умартасылар 10-15 тоннаға яҡын татлы ризыҡ (йүкә, сәскә, ҡарабойҙай, кәрәҙле бал) алып килә.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостандан Ҡытайға 19 тонна киптерелгән һөт оҙатылды.