Ҡатын-ҡыҙҙар, абай булығыҙ!27.06.2012
Ҡатын-ҡыҙҙар, абай булығыҙ!Хәбәр итеүебеҙсә, “Башҡортостан” гәзите редакцияһы Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров менән гәзит уҡыусылар араһында “тура бәйләнеш” ойошторҙо. Унда яңғыраған һорауҙарҙың күбеһе алимент юллау мәсьәләһенә ҡағылды. Ысынлап та, аҡса хөкөм иткән ҡатмарлы заманда ҡатын-ҡыҙға балаларҙы яңғыҙ тәрбиәләүе бик ауыр, шуға күрә “атай” исемен йөрөткәндәрҙән ниндәй ҙә булһа ярҙам өмөт иткән гүзәл заттарҙы аңларға мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта яуапһыҙ атайҙың бурысын ҡайтарыуҙы тап суд приставтары ярҙамында тормошҡа ашырырға тура килә.

Эйе, ҡасандыр яратышып өйләнешеп тә, тормош юлынан бергә атлай алмаған, ғаиләләре тарҡалғандар бихисап. Әммә был уртаҡ яуаплылыҡтан – балаларҙы ҡарауҙан — баш тартырға кәрәк тигәнде аңлатмай бит әле! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә фажиғәһендә иң ҙур зыян күреүселәр – балалар: беренсенән, үҙ мәшәҡәттәренә батҡан өлкәндәр уларға иғтибар бүлмәй, икенсенән, ғәҙәттә, әсә ҡарамағында ҡалған сабыйҙы матди яҡтан тәьмин итеүҙә ҡайһы бер атайҙар бөтөнләй ҡатнашмай. Алимент юллау ҙур алышҡа әүерелә, кешеләрҙең шәхси тормошона суд приставтары ҡыҫыла... Быға “тура бәйләнеш” миҫалында инандыҡ та инде.
Тәүгеләрҙән булып Хәйбулла районынан З. шылтыратты. Элекке ире юғары белемле, республика райондарының береһендә ауыл хужалығы предприятиеһында яҡшы вазифала эшләп йөрөй. Дүрт йәшлек бала – әсә ҡарамағында. З. әйтеүенсә, былтыр июндә элекке иренән алимент түләтеү тураһында суд ҡарары ҡабул ителгән. 2011 йылдың ноябрендә ҡатындың иҫәбенә 1900 һум аҡса күскән, быйыл яҙ – 1500 һум. “Атайлыҡ бурысын үтәргә теләмәгәс, аптырағандан апрелдә ирем йәшәгән районға барып ҡайттым. Бурыс суммаһын урындағы суд приставтары әйтергә теләмәй, белешмә биреүҙән баш тарттылар. “Факс буйынса ебәрербеҙ”, – тип ышандырҙылар. Айҙан ашыу ваҡыт үтте – белешмә лә, аҡса ла юҡ. Фатир яллап йәшәйем – башҡаса барып йөрөр әмәлем юҡ. Миңә артабан ни эшләргә?” – тип әсенгән ҡатынға яуап түбәндәгесә.
Суд приставтары алимент тотоп ҡалыуҙың дөрөҫлөгөн һәм уны күсереү йәһәтенән Б. эшләгән ойошманың бухгалтерияһын тикшергән. Һөҙөмтәлә алименттың, бухгалтерҙар эштән китеү сәбәпле, ваҡытында ебәрелмәүе асыҡланған. Ошоға бәйле, ойошманың етәксеһе менән баш бухгалтеры, суд приставтары талабын үтәмәгән осраҡта, административ яуаплылыҡҡа тарттырылыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртелгән, артабан бурыс З. иҫәбенә тулыһынса күсерелгән.
Ишембай районында йәшәүсе А.-ның өс балаһы бар, өлкәне юғары уҡыу йортонда белем ала, бәләкәстәренә — 10 һәм 4 йәш. Әйтеүенсә, элекке ире рәсми рәүештә бер ҡайҙа ла эшләмәй. Әммә ай һайын уртаса 15 мең һум килем алғанын, ял көндәрендә кешеләргә мунса, өй төҙөшөп тә аҡса эшләгәнен беләм, ти ҡатын. 2012 йылдың февраленә 277 мең һум бурысы йыйылған. Енәйәт эшен асмайҙар, сөнки ваҡыты-ваҡыты менән бер аҙ аҡса ебәрә. Мәҫәлән, 2011 йылдың мартында 2 мең һум күсергән, шунан йыл бөткәнсе башҡа бер тин дә юҡ. “Енәйәт эше асманылар, тартып-һуҙҙылар. Быйыл февралдә тағы 2 мең һум ебәрҙе. Уның ағас эшкәртеү станоктарын ҡулға алыу үтенесе менән ғариза яҙҙым — фәтүә булманы. Нисек элекке иремде яуапҡа тарттырырға, бурысын түләтергә?” – тип мөрәжәғәт итте ул.
Яуап былай: бурыслы ирҙең мөлкәт хәлен белеү өсөн суд приставтары милекте теркәүсе һәм иҫәбен алып барыусы органдарға һорау ебәргән, һөҙөмтәлә И.-ның бер ниндәй ҙә мөлкәте булмауы асыҡланған. Суд приставтары бурыслы ирҙең йәшәгән урынында ла булған, уны енәйәт яуаплылығына тарттырылыу ихтималлығы хаҡында иҫкәрткән, урындағы мәшғүллек үҙәгенә йүнәлтмә бирелгән. Бурысына килгәндә, урындағы суд приставтары И.-нан алимент түләтеүҙе контролдә тотасаҡ, мөлкәт хәле даими тикшереләсәк, мәшғүллек үҙәге белгестәре уны эшкә урынлаштырырға йә иһә эшһеҙлек буйынса иҫәпкә ҡуйырға ярҙамлашасаҡ. Закон буйынса А., элекке ире түләмәгән бурыстың суммаһына ҡарата һәр һуңлатҡан көн өсөн 0,5 процент өҫтәмә талап итеп, йәшәгән урыны буйынса судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.
Салауат районынан Г. шулай уҡ ире менән айырылышыуын, 2 йәшлек баланы яңғыҙ тәрбиәләүен бәйән итте. “Алимент түләтеү тураһында суд ҡарары былтыр уҡ сығарылды, ысынбарлыҡта унан бер тин аҡса алғаным юҡ”, – ти ҡатын. Ир эшләмәй. Уның йәшәгән урыны буйынса Г. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең райондағы бүлегенә мөрәжәғәт иткән. Улар ярҙам күрһәткән: быйыл мартта ирҙе предприятиеға һаҡсы итеп эшкә урынлаштырғандар. Әммә түҙеме бер айға саҡ еткән – ир тағы эшләмәй. “Суд приставтары уның хеҙмәт хаҡының яртыһы күсереләсәк тип вәғәҙә иткәйне, реквизиттар ҙа уларҙа. Әммә әлегәсә аҡсаны күргәнем юҡ. Артабан ни эшләргә?” – тип борсола Г.
Атайлыҡ бурысын үтәмәгән ир майҙа эштән киткән, эш хаҡы иҫәбенән Г.- ға уның алимент бурысының бер өлөшө күскән. Шулай уҡ ирҙең мөлкәти хәле ҡабаттан тикшереләсәк, был осраҡ контролдә тотоласаҡ.
Баймаҡтан Ғ. элекке ире эшләп йөрөһә лә, суд приставтары уның эш урынын асыҡлай алмай, тип белдерҙе. 2011 йылдың ноябренә ҡарата Р. -ҙың бурысы 122 мең һумға еткән. Ҡатын Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына мөрәжәғәт күндергән, рәсми яуап алған. Һөҙөмтәлә 2012 йылдың апрелендә почта аша уға 500 һум алимент күсеүе хәбәр ителеп, квитанция килгән.
“Баланың лайыҡлы йәшәү хоҡуғы боҙола. Миңә 500 һумға нисек итеп сабыйҙы кейендерергә, ашатырға һуң?” – тип Ғ. “ҡыҙыу линияға” шылтыратты.
Был мөрәжәғәт буйынса Баймаҡ район-ара суд приставтары бүлеге Р. -ҙың бурысын ҡапларлыҡ килемен һәм мөлкәтен билдәләү, бәлиғ булмаған балаһына бурысын түләмәгән өсөн уны, Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 157-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, енәйәт яуаплылығына тарттырыу, бурысын өлөшләтә булһа ла ҡаплатыу буйынса саралар күргән. Суд приставтары Р. йәшәгән урында бер нисә ҡабат булғандан һуң, уның Ғ. -ға тейешле сумманы ҡаплатырлыҡ һатып түләтерлек мөлкәте булмауы асыҡланған. Әсәһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, Р. — әле Өфөлә, эш эҙләй икән.
Балаһы алдында атайлыҡ бурысын үтәргә йыйынмаған атайҙың хәле артабан да суд приставтары тарафынан контролдә тотоласаҡ, законлы талаптарҙы үтәмәгән осраҡта Р.-ҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыу мәсьәләһе хәл ителәсәк.
Хәйбулла районынан И. ханым дүрт бала тәрбиәләй. Ире менән туғыҙ йыл элек айырылышҡан. “Уның миллион һумға яҡын бурысы бар”, – ти ҡатын. Ирҙең эсергә яратҡанын, йүнләп эшләмәгәнен дә бәйән итте.
Атайҙы һайламайҙар, әлбиттә. Әммә балаларҙы ашатырға, кейендерергә, уҡытырға кәрәк бит әле... Дүрт бала хәстәрен яңғыҙ әсәгә күтәреүе бик ауыр – быны әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй.
Хәйбулла район суд приставтары бүлеге 2009 йылдың май айында И. файҙаһына Д.-ның килеменең өстән бер өлөшөн күсереү хаҡында башҡарыу документтары асҡан. Уға ярашлы Д. енәйәт яуаплылығына тарттырылған, Хәйбулла районы буйынса мировой судья, Рәсәй Федерацияһының 157-се статьяһының 1-се өлөшөнә нигеҙләнеп, хөкөм ҡарары сығарған һәм Д. холоҡ төҙәтеү эштәренә ебәрелгән. Башҡарыу документтары нигеҙендә, уның мөлкәти хәле лә тикшерелгән. Һөҙөмтәлә хосуси милке, банкта иҫәбе юҡлығы асыҡланған, шулай уҡ шәхси эшҡыуар булып та теркәлмәгән, пенсия түләүҙәре алмай. Суд приставтары Д.-ның йортонда ла булған. Ундағы йыһаздар, Рәсәй Федерацияһының Гражданлыҡ процессуаль кодексының 446-сы статьяһында билдәләнгән сикләүҙәргә ярашлы, ҡулға алынмай һәм бурысты ҡаплауға тотонола алмай.
Суд приставтары Д.-ны бурыстары күләме хаҡында иҫкәрткән, эш менән тәьмин итеү үҙәгенә йүнәлтмә биргән. Эшкә урынлашмаған осраҡта Д.-ға тағы ла енәйәт яуаплылығына тарттырылыу ихтималлығы янай. Хәлде суд приставтары контролдә тотасаҡ.
Күгәрсен районынан йәш әсә Стәрлетамаҡ районында көн итеүсе элекке иренең бәлиғ булмаған балаһына алимент түләмәүенә дәғүә белдерҙе. Һуңғы тапҡыр Д. 2011 йылдың октябрендә 750 һум аҡса ебәреп “ҡыуандырған”.
Суд приставтары был хәлде лә асыҡлаған. Башҡарыу документтары нигеҙендә Д.-ның мөлкәти хәле тикшерелгән, уның бурысын һатып түләрлек хосуси милке, банктарҙа иҫәбе булмауы асыҡланган. Суд приставтары башҡарыу ҡағыҙында күрһәтелгән адрес буйынса бурыслы ир йәшәгән урынға барған. Ғәмәлдә Д.-ның унда йәшәмәүе асыҡланған. Апаһының һүҙҙәренә ҡарағанда, ул Ямал-Ненец автономиялы округының Губкинский ҡалаһына эш эҙләргә юлланған, адресы билдәһеҙ. Суд приставтары, “Эш башҡарыу тураһында” Федераль закондың 65-се статьяһына ярашлы, бурыслыны һәм уның мөлкәтен эҙләү буйынса саралар күрәсәк, әлеге осраҡ Стәрлетамаҡ район-ара суд приставтары бүлеге тарафынан контролдә тотоласаҡ. Закон буйынса М., элекке ире түләмәгән бурысҡа ҡарата һәр һуңлатҡан көн өсөн 0,5 процент өҫтәмә талап итеп, йәшәгән урыны буйынса судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.
Ғөмүмән, “ҡыҙыу линия”ға Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәгән тиҫтәнән ашыу ҡатын-ҡыҙ шылтыратты (уларҙың барыһына ла Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан рәсми яуаптар ебәрелде). Гәзит битендә мөрәжәғәттәрҙең һәммәһен дә һанап сығыу мөмкин түгел. Хәйер, мәсьәлә былай ҙа көн кеүек асыҡ. Бөтәһен дә уртаҡ бәлә берләштерә: балаларының барлығын бар тип тә белмәгән яуапһыҙ ирҙәрҙең намыҫын нисек уятырға, яуаплылыҡ тойғоһо кисерергә мәжбүр итергә? Зариф Закир улы проблеманың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәттә ҡәҙимге күренешкә әүерелә барыуын, яуапһыҙ атай-әсәйҙәрҙең артыуын билдәләп үтте. Миҫал өсөн, быйылғы биш айҙа Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы бүлектәрендә алимент түләтеү буйынса 45 996 башҡарыу ҡағыҙы теркәлгән. Шул иҫәптән, алименттарын даими түләмәүселәргә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 157-се статьяһы буйынса 769 енәйәт эше ҡуҙғатылған, күптәрҙең сит илгә сығыу мөмкинлеге сикләнгән.
Суд приставтарының хоҡуҡтарына килгәндә, бурыслы алиментын үҙ ирке менән түләмәй икән, уның алимент суммаһының 7 проценты күләмендә башҡарыу йыйымын тотоп ҡалыу хаҡында ҡарар ҡабул ителә һәм мәжбүри саралар ҡулланыла: суд приставтары аҡсаһын ҡулға ала, мөлкәтен һатыуға ҡуя. Унан тыш, бурыслылар мөлкәтте баһалау, уны һатыу сығымдарын да ҡапларға тейеш.
Башҡарыу ҡағыҙы буйынса ҡануниәтте боҙған бурыслы кешенең административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуы һәм штраф түләтелеүе ихтимал. Ә был бурыслының суд приставы-башҡарыусыһы талаптарын үтәмәгәндә, мөлкәти хәле, йәшәгән урыны хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт бирмәгәндә, эштән китеү һәм яңы урынға урынлашыу хаҡында хәбәр итмәгәндә, пенсия һәм башҡа килем алған осраҡты йәшергәндә тормошҡа ашырыла.
Түләнмәгән алимент суммаһы ҙур һәм бурыслы уны билдәләнгән ваҡытта эш хаҡы иҫәбенән ҡаплай алмай икән, ҡануниәткә ярашлы, суд приставтары уның мөлкәте иҫәбенә бурысын ҡайтарыуын талап итә ала.
Ысынбарлыҡҡа килгәндә, алиментты мәжбүри түләтеү осраҡтарын тормошҡа ашырғанда суд приставтары бик ябай, әммә еңел хәл ителмәгән проблемалар менән осраша. Ундай бурыслылар, ғәҙәттә, эшләмәй һәм эшкә урынлашырға уйламай, ваҡытлы килем менән хушһына, мөлкәте лә юҡ. Ҡайһы берәүҙәр предприятиела хеҙмәт хаҡын түләүҙе тотҡарлау һөҙөмтәһендә алимент “тотҡоно”на әүерелә. Шулай уҡ төп сәбәптәрҙең береһе – эскелек.
Шартлы рәүештә алимент түләмәүселәрҙе ике төркөмгә бүлергә мөмкин: тәүгеләре – төрлө тормош сәбәптәре буйынса түләй алмаусылар (эшһеҙлек, ауыр матди хәл, сирлеләр, холоҡ төҙәтеү учреждениеларында тотолоу һәм башҡалар). Икенселәре — матди хәле шәп һәм бурысын белә тороп та, яуаплылыҡтан баш тартҡан граждандар. Эйе, ундайҙар ҙа аҙ түгел. Әйткәндәй, ике төркөмдө берләштергән уртаҡ һыҙат бар: уларҙың барыһы ла тиерлек донъя тотҡаһы, ҡатын-ҡыҙ таянысы булырҙай көслө зат вәкилдәре – ир-аттар.
Республиканың баш суд приставы, төп сәбәп – тәрбиәлә, тип иҫәпләй. Атай хәстәрен, абруйын тойоп, эшкә өйрәнеп, татыу ғаиләлә тәрбиәләнгәндәр, ғәҙәттә, үҙҙәре лә ошондай уҡ тормош ҡора. Зариф Закир улы Чечен Республикаһы миҫалын да килтерҙе: унда ҡарауһыҙ балалар юҡ. Ғаиләһенә тейешенсә иғтибар күрһәтмәгән ирҙе хөрмәт итмәйҙәр, ул ғына түгел, уның менән хатта ҡул биреп күрешмәйҙәр. Ғаилә тарҡалғанда (ундай хәл телгә алынған республикала бик һирәк), балаларҙы күпселек осраҡта атай ҡарамағында ҡалдыралар. Яңы ғаилә ҡорғанда ла ул тәүге никахтан тыуған балаларын тиң күреп тәрбиәләргә тейеш.
Ысынлап та, “кәкүк” атайҙарҙың артыуы йәмғиәттә ғаилә ҡиммәттәренең ныҡ арзанайыуына, һанға һуғылмауына бәйле. Зариф Закир улының һүҙҙәренсә, “кәкүк” атайҙарҙың араһында тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкәндәр бихисап. Уларҙың: “Мине атайым ҡараманы бит, ә ни эшләп мин балаларҙы ҡарарға тейеш?” – тигән яуапһыҙ ҡарашын үҙгәртеү бик ҡыйын.
Башҡорттоң бик тапҡыр мәҡәле бар: “нәҫел – нәҫелгә, тилсә – тамырға”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә ҡиммәттәре ифрат ярлыланған заманда йәшәйбеҙ. Элек йәштәр ғаилә ҡорор алдынан уҡ буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, бер-береһенең нәҫел-нәсәбен ете быуынғаса тикшереп, һығымта яһағандан һуң ғына ризалыҡ биргән. Хәҙер, бындай хәл күҙәтелмәһә лә, туйға тиклем тормош ҡорорға теләгән кешенең нәҫел-нәсәбен күреп, яуаплылыҡ кимәлен тикшереп, баһаларлыҡ ваҡыт бар ҙа баһа! Нисек кенә юғары һүҙҙәр булып яңғырамаһын, “булыр бала биләүҙән” беленә.
Проблеманы хәл итеү йәһәтенән Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы бик күп алымдар ҡуллана. Төрлө ведомстволар менән мәғлүмәти бәйләнеш булдыра, бурыслыларҙы эшкә урынлаштырырға ярҙамлаша, рухи ҡиммәттәр ярҙамында “кәкүк” атайҙарҙың намыҫын уятырға тырыша. Миҫал өсөн, Урыҫ православие сиркәүенең Өфө епархияһы, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты менән килешеү нигеҙендә бурыслы атайҙар менән дин әһелдәре әңгәмәләр үткәрә, ғаилә ҡиммәттәре хаҡында бәйән итә.
Яҡындарының ярҙамын тоймаған балаларға килгәндә, йыл һайын идаралыҡ Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата “Суд приставтары – балаларға” тигән акция ойоштора. Уның барышында алимент түләтеү буйынса эштәрҙең үтәлеше тикшерелә, ғәйеплеләр иҫкәртелә. Шулай уҡ балалар йортонда, мәктәп-интернаттарҙа тәрбиәләнеүселәр өсөн мәрхәмәтлек саралары үткәрелә.
...“Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” тиҙәр бит! Нисек кенә булмаһын, йәшлегендә, билдәле нәҫерҙәге сиңерткә шикелле, ҡайҙа барып һуғылырға белмәгән яуапһыҙ атайҙар, тормош көҙө еткәс, яҡындары эргәһендә үткәрәсәк тыныс, йылы, ыңғай мөғәмәләгә, хәстәр-ярҙамға өмөт итә алмаясаҡ.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА


Вернуться назад