Башҡортостан Башлығы Белем көнөндә уҡыусыларҙың именлеген тәьмин итергә ҡушты
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк террорға ҡаршы комиссияһының һәм оператив штабтың берлектәге ултырышын үткәрҙе. Унда республиканың профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары, оператив хеҙмәттәр һәм көс структуралары етәкселәре ҡатнашты. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Белем көнөндә, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлауҙарҙа тауыш биреү ваҡытында йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде. Радий Хәбиров уҡыусыларҙың именлеген тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы.
«Бөтә көстәр һәм саралар республиканың теләһә ҡайһы мөйөшөндә хәүеф-хәтәргә, йәмәғәт тәртибенә янауҙарға ҡаршы торорға әҙер булырға тейеш», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Ултырышта ҡатнашыусылар саралар ойошторолған осорҙа ведомство-ара эш итеү тәртибен, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары, оператив һәм авария хеҙмәттәре эшенең төп йүнәлештәрен билдәләне.