Башҡортостанда уҡыусыларҙың ата-әсәләре 1 сентябрҙә ял алырға мөмкин
Уҡыу йылының беренсе көнөндә күп кенә ата-әсәләр балаһын мәктәпкә оҙатып барырға теләй. Шул сәбәпле эшкә бармаҫҡа мөмкинме? Был һорауға Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында яуап бирҙеләр.
Закон менән эшләп йөрөгән ата-әсәләргә 1 сентябрҙә өҫтәмә ял алыуға хоҡуҡ гарантияланмаған, әммә коллектив килешеүҙә ҡаралырға мөмкин, тип белдерҙе министр Ленара Иванова.
Был документта йыш ҡына мәктәп йәшендәге балаларҙың ата-әсәләренең 1 сентябрҙә өҫтәмә ял көнөнә хоҡуҡлы булыуы тураһында яҙыла. Министр һүҙҙәренсә, бөгөн республика ойошмалары коллектив килешеүҙәрҙе һәм башҡа норматив документтарҙы «демографик меню» пункттары менән тулыландыра. Әлеге ваҡытта республиканың 5538 хеҙмәт коллективында коллектив килешеүҙәр төҙөлгән, улар 600 меңдән ашыу хеҙмәткәрҙе үҙ эсенә алған.
Бындай ҡағиҙәләр билдәләнмәгән ойошмаларҙа уҡыусыларҙың ата-әсәләре Белем көнөндә түләүле йәки түләүһеҙ отпуск иҫәбенә ял алырға мөмкин. Шулай уҡ донорҙар өҫтәмә түләүле ял көнөнә хоҡуҡлы, тип өҫтәнеләр ведомствола.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда 5-7-се кластар тарихты яңы дәреслектәрҙән өйрәнә.