Балалыҡ менән хушлашып та өлгөрмәгән Гөлфиәгә һәм уның яҡындарына көтмәгәндә бәлә килә: йорттары яна. Ошо ваҡиғанан һуң Хәсәновтар ғаиләһе Алыҫ Көнсығышҡа сығып китергә мәжбүр була. Ҙур һынау үтеп, донъяға өлкәндәрсә ҡарарға өйрәнгән ҡыҙыҡайға 17 йәштә үк эшкә урынлашырға тура килә.
...Хәҙер Гөлфиәгә 19 йәш. Йөрәгенең иҫке яралары бер аҙ уңалған, тормошонда сағыу буяуҙар көндән-көн күбәйә. Бәхетте үҙеңә ҡорорға кәрәклегенә төшөнгән ҡыҙ һәр яҡлап үҫешергә ынтыла. Артём ҡалаһында һатыусы булып эшләүҙән һәм шунда уҡ ситтән тороп энергетика колледжында уҡыуҙан тыш, башҡорт һылыуы алыҫтағы милләттәштәребеҙ тормошо менән ҡайнап йәшәй, Приморье крайында уҙған сараларҙан ситтә ҡалмай.
— Үҙебеҙҙең көйҙәрҙе тыңлап, бейеүҙәрҙе бейеп һағыныуымды баҫам, тыуған яғымдағы һабантуйҙарға ҡайтып килгәндәй булам. Башҡортостанға ике йыл ҡайтҡаным юҡ, — ти яҡташыбыҙ.
Һәләтле ҡыҙ үҙен халыҡ театрында ла һынап ҡарарға өлгөргән. Ғаяз Исхаҡиҙың "Жан Баевич" әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдә Мари ролен башҡарған, Уссурийск, Находка ҡалаларында гастролдә йөрөп ҡайтҡан.
— Миңә ҡарап башҡа халыҡтар башҡорттар тураһында фекер йөрөтәсәк тигән уй ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, — ти һылыу.
Шуғалыр ҙа былтыр өлкәнең башҡорт һәм татар һабантуйына Гөлфиә ентекле әҙерләнә: бейеү өйрәнә, шартына килтереп милли кейем тегә. "Күбеһенсә ҡулдан тектем, сөнки шулай матурыраҡ була", — ти ул.
Һомғол буйлы, нескә билле башҡорт ҡыҙының сығышы башҡаларҙа милли мәҙәниәтебеҙгә ҡарата һоҡланыу уята. Мәҫәлән, Артём ҡалаһында уҙған башҡорт һәм татар аш-һыуҙары аҙналығында урыҫ ҡыҙҙары ла сәстәрен икенән үреп, милли башҡорт кейемен кейеп, Гөлфиә менән "Бишбармаҡ"ты бейегән.
— Бейеүҙәрҙе Ишембай районының Кинйәбулат ауылында йәшәгәндә Мәүжидә Муса ҡыҙы Шәмсетдинова өйрәткәйне. 14 йәшлек Ришат туғаным да сәхнәнән төшмәй, — ти сит тарафта мәҙәниәтебеҙҙе таратыусы ҡыҙ.
Бер нисә көндән Гөлфиә Хәсәнованың күптәнге теләге ҡабул буласаҡ: ул, ниһайәт, тыуған яғын ҡайтып күрәсәк. Алыҫ Көнсығышҡа үҙе менән күп итеп башҡорт шағирҙарының китаптарын алып китергә теләй.
— Әҫәрҙәрҙе компьютерҙа ла табырға мөмкин, әлбиттә, әммә туған телдәге китапты ҡулға тотоп уҡыуға бер ни етмәй. Әйткәндәй, ҡустым менән икәү йыл да "Аманат" журналын алдырабыҙ, башҡа милли баҫмаларҙы Интернеттан уҡыйбыҙ, — ти Гөлфиә.
Н. РАФИҠОВА.
Приморье крайы.