Башҡортостанда балыҡсы ғәйәт ҙур карп тотҡан
Марсель Мөҡсинов Благовещен янындағы быуала 7,1 килограмлыҡ карп тотҡан. Был хаҡта «Башҡортостан гүзәллеге» төркөмө хәбәр итә.
Балыҡсы уның генетик фондын һаҡлау өсөн табышын кире һыуға ебәргән.
Бынан алдараҡ тағы бер яҡташыбыҙ 15 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы суртан тотҡайны.