Республикала йыл аҙағына тиклем мең уҡытыусыға шифаханала дауаланыу мөмкинлеге бирелә26.08.2025
Фото: Олег Яровиков

Республикала йыл аҙағына тиклем мең уҡытыусыға шифаханала дауаланыу мөмкинлеге бирелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Бөрөлә үткән республика уҡытыусылары кәңәшмәһендә педагогтарға ярҙам сараларының киңәйтелеүе хаҡында белдерҙе. Биш йыл эсендә 525 йәш уҡытыусы 690 мең һумлыҡ грант алған. 1 сентябрҙән ауыл мәктәптәре директорҙарына ошондай мөмкинлек бирелә.


2024 йылда балалар баҡсаһында эшләгән 75 педагог гранттарға лайыҡ булған (һәр береһе 575 мең һумлыҡ). Быйыл иһә тағы 50 тәрбиәсегә грант тапшырылған.


«Былтыр мин уҡытыусыларыбыҙға республика шифаханаларында ял итеү һәм һаулығын нығытыу мөмкинлеге бирергә тигән бурыс ҡуйғайным. Быйыл 1 сентябрҙән мең уҡытыусы шифахана-курортта дауалана ала. Бындай тәжрибәне йыл һайын бойомға ашырырға уйлайбыҙ», – тине Радий Хәбиров.


Уҡыу йылы башланыуға бер аҙнанан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды, тип билдәләне республика етәксеһе. Ярты миллиондан ашыу бала, шул иҫәптән 45 меңгә яҡын беренсе класс уҡыусыһы парта артына ултыра.


«Быйыл МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары иҫәбенән 1271 беренсе класс уҡыусыһы мәктәпкә бара. Хөрмәтле хакимиәт башлыҡтары, уларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләү эшен шәхсән контролдә тотоуҙы һәм тантаналы линейкаға оҙатып барыуҙы һорайым. Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогик хеҙмәт ветерандары! Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ, түҙемлегегеҙ, балаларҙы ихлас яратыуығыҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Яңы уҡыу йылы алдынан ныҡлы һаулыҡ, үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға иң изге теләктәремде еткерәм. Һау-сәләмәт, бәхетле, уңышлы булығыҙ, ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ!» – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.


Уҡытыусылар кәңәшмәһе аҙағында республика етәксеһе мәғариф хеҙмәткәрҙәренә –  иң яҡшы педагогтарға наградалар тапшырҙы.


https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-08-26/v-bashkirii-pervaya-tysyacha-uchiteley-do-kontsa-goda-poluchit-sanatornoe-lechenie-4362496



Вернуться назад