Балыҡсынан балыҡсы тыуа27.06.2012
Балыҡсынан балыҡсы тыуаУл бөгөн дә ҡояш менән бергә уянды. Шулай күнегелгән, өйрәнелгән, нисәмә йыл дауамында ҡанына, ғәҙәтенә һеңгән. Тиҙ генә сәй эсте лә, әле ваҡыт бик иртә булһа ла, йылға буйына — эшенә ашыҡты.

Тәбиғәт хозурлығына һоҡланып барыуы — үҙе бер ғүмер! Һандуғастар йыр һуҙа. Һабантурғайҙар, ете күккә менеп, моңға ҡағына. Мин дә һеҙҙән ҡалышмайым тигәндәй, ҡайҙалыр баҡа ҡысҡыра. Ә аҫта, ҡояш нурҙарында көмөш тулҡындарын уйнатып, балҡытып, тып-тын ғына гүзәл Ҡариҙел аға.
Күптәр катерҙы тулҡында тирбәлгән аҡсарлаҡ йәки аҡҡош менән сағыштыра. Ул ысынлап та ағым һыуҙы икегә ярып барған дәү ҡошҡа оҡшаған. Катерҙың йылға уртаһынан тантаналы рәүештә йөҙөүен күргәс, өлкән йәштәге кешенең дә ҡул болғайһы, бала саҡтағы кеүек “һәй-ә-әй” тип ҡысҡырғыһы килеп ҡуялыр.
Тыумыштан ғашиҡ ошо йылғаға Олег Борунов. Атаһы улының ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнеүен, көслө кеше булып үҫеүен теләй, малайҙы йыш ҡына үҙе менән Ҡариҙелгә алып сыға. Шул ваҡыттарҙан алып катер тауышы, һалсыларҙың Ҡариҙелдәй оҙон көйҙәре, балыҡсыларҙың шаян һәм тапҡыр һүҙҙәре, балыҡ еҫе килгән һыу елдәре уның күңеленә һеңгән. Уларҙы хәҙер йән-йөрәктән бер нисек тә, Олег үҙе әйтмешләй, ҡыуалап сығарып булмай.
Уларҙың тамырҙары Оло Иҙелгә барып тоташа. Атаһы сығышы менән Түбәнге Новгород тарафтарынан. Тәбиғәткә, ергә, һыуға, күккә ғашиҡ кеше булған Николай Иванович. Ошо сикһеҙ һөйөүе уны урман техникумына алып килгән дә инде. Уҡыуын тамамлағас, йәш белгесте утыҙ туғыҙ иптәше менән бергә Башҡортостанға ебәрәләр. Борунов Бөрө, Борай, Мишкә райондарында урман ҡарауылсыһы булып эшләй. 1976 йылда Ҡариҙел яҡтарына килә. Әйтерһең дә, “Ҡариҙел буйында ҡалам...” тип тап Борунов кеүектәргә арнап йырлайҙарҙыр. Ҡариҙелле, Йүрүҙәнле, ҡуйы-ҡалын урманлы төбәкте ғүмерлеккә оҡшата ла ҡуя ул. Хужалыҡ-ара урман хужалығында урман ҡарауылсыһы, унан ете йыл директор вазифаһын башҡара. Намыҫлы эшләп, лайыҡлы ялға сыҡҡас та, өйҙә оҙаҡ ултырырға тура килмәй. Николай Ивановичҡа “Ҡариҙел урман хужалығы” муниципаль предприятиеһын етәкләргә тәҡдим итәләр.
Хужалыҡта өс-дүрт кешенән торған ете бригада эшләй. Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Олег та атаһы эргәһендә. КС-100Д катеры менән балыҡ ташый.
Николай Иванович хәҙер мәрхүм инде. Уның эшен улы дауам итә. 2010 йылда Олег Борунов шәхси предприятиеһын ойоштора.
Балыҡсылар таңды һыуҙа, яр буйында ҡаршылай. Ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та ул балыҡсы тормошо. Ә төптән уйлап ҡараһаң, еңелме һуң балыҡсы хеҙмәте? Нимәһе бар уның, йәтмәне һалаһың да алаһың, һалаһың да алаһың, тип әйтер ҡайһы берәүҙәр.
Һыу буйында ҡармаҡ тотоп йөрөгән кешене эшһеҙгә һанаусылар ҙа, сәйер күреүселәр ҙә юҡ түгел. Ә Олег, балыҡсы донъяһы тураһында һүҙ сыҡҡанда, күптән түгел генә булған бер ваҡиғаны иҫенә төшөрөп, йылмайып ҡуя.
Йәш кенә бер егет эшкә алыуҙарын һорап килгән.
— Балыҡ тота беләһеңме һуң?
— Һе, әйттегеҙ һүҙ. Ҡариҙел буйында үҫәйем дә...
Иртәгәһенә егетең ах та ух йүгереп килеп етә.
— Башлайбыҙмы әле?
Йор телле, шат күңелле Анатолий Антропов менән Ришат Хөсәйенов түҙмәй, көлөп ебәрә:
— Беҙ Ҡариҙелдән сыҡтыҡ бит инде.
— Һуң, әле сәғәт ете генә бит. Нисәлә килергә?
— Ҡояш менән бергә!
Еңел түгел балыҡсы хеҙмәте. Бына Боруновтарҙа тиҫтәләгән йәтмә бар. Оҙонлоҡтары ундан алып бер нисә тиҫтә метрға етә. Уларҙы тартып сығарыу өсөн күпме беләк, күкрәк көсө кәрәк. Ә мәшәҡәте? Балыҡсыларға йыш ҡына йәтмәләрҙе һаҡлап, йылға буйында төн сығырға ла тура килә. Хәйер, уларҙы һаҡлар өсөн генәме икән? Һуңғы ваҡытта браконьерҙар күбәйҙе. Йәтмәләргә лә ҡул һуҙалар, тыйылған алымдар менән балығын да тоторға маташалар, тик ундайҙарҙы тиҙ “аҡыл”ға ултырталар. Йылға буйында үҙҙәрен тәртипһеҙ тотоусылар Борунов егеттәренән “рыбнадзор”ҙан кәм ҡурҡмай.
Балыҡ тотоу өсөн мотлаҡ өс шарттың булыуы кәрәк тип иҫәпләй Олег Борунов. Хәҙерге заманда яҡшы йәтмәләр, моторлы кәмә һәм ҡарйөҙгөс ярҙамында ғына ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеп була. Балыҡсыларға план да еткерелгән. Улар йылына 4600 килограмм балыҡ тоторға тейеш.
Ҡариҙелдә балыҡ тотоу менән “Урман донъяһы” яуаплылығы сикләнгән, “Башкиррыбхоз” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре менән Нуриев шәхси предприятиеһы ла шөғөлләнә. Кибеттәрҙән балыҡтың өҙөлгәне юҡ. Өфө, Бөрө, Мишкә, Асҡында, башҡа төбәктәрҙә лә Ҡариҙел судактары, ҡорбан балыҡтары, йәйендәре шәп “үтә”.
Шөкөр, йылғала балыҡ бар. Атаһы эшләгән саҡта бер мәл шулай йәйен тоталар. Оҙонлоғо — 1800 сантиметр, ауырлығы ярты центнерҙан да артып китә. Әле лә эре-эре балыҡтар осрап тора.
Бөгөн дә “трофей” арыу ғына күренә. Йәтмәләргә күберәк судак эләккән. Һәр береһе өс-дүрт килограмм тартыр, билләһи. Ҡорбан балығы, хатта йәйен дә күренә. Хәҙер бына сорттарға ғына айырырға ла... Ул да булмай, Олегтың улы Павел килеп етте. Өфөлә авиация университетында белем ала. Балыҡҡа йөрөргә бик әүәҫ. Балыҡ тиһәң, ашыу-эсеүен, йоҡоһон онота. Ниндәй ем-аҙыҡҡа ҡасан ниндәй балыҡ ҡапҡанын энәһенән ебенә ҡәҙәр белә. Олатаһына, атаһына эйәреп, ысын балыҡсы булып үҫкән. Ә ысын балыҡсы ул — тәбиғәттең дуҫы, кеше хаҡына инмәй һуңғы телем икмәген дә бүлешә.
— Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ! Аҡсарлаҡтар!
Павелдың тауышына балыҡсылар күккә баҡты. Ҡариҙел өҫтөндә ғәжәйеп күренеш, тамаша: ана, аҡсарлаҡтар ҡыйғас-ҡыйғас түбәнгә атыла. Ҡанаттарын тулҡындарға тейҙереп, бер аҙ тирбәләләр ҙә уҡтай өҫкә атылалар.
Һирәгәйҙе һуңғы ваҡытта Ҡариҙелдә аҡсарлаҡтар, һирәгәйҙе. Улар әйләнеп ҡайттымы, быны балыҡҡа ғына юрарға инде, балыҡҡа!
Олег Борунов етеҙ ҡанатлы ҡоштарға һоҡланып ҡараны: аҡсарлаҡтар тотош күк көмбәҙен иңләп, бөтөрөлөп оса ла оса. Ә аҫта — Ҡариҙелдә — көмөш тәңкәләрен ялтыратып эреле-ваҡлы балыҡ ҡарпый.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Ҡариҙел районы.


Вернуться назад