Республикала матур датала 43 туй булған26.08.2025

Республикала матур датала 43 туй булған

Йәштәр никах теркәү өсөн матур даталарға өҫтөнлөк бирә.

Дүшәмбе, 25 августа, Башҡортостандың ЗАГС бүлектәрендә халыҡ күп ине. Уҙып барған йәйҙең һуңғы йәмле көнөндә 43 пар ғаилә ҡорҙо, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республика Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.


«Быйыл матур дата аҙнаның беренсе көнөнә тура килде. Был көндө республиканың дүшәмбенән йомаға тиклем эшләгән 17 ЗАГС бүлегендә никахты теркәргә мөмкин ине. Башҡортостандың ЗАГС бүлектәре хеҙмәткәрҙәре туй танталары үткәрҙе һәм йәш ғаиләләрҙе ҡотланы», — тип белдерҙеләр ведомствола.


Әйткәндәй, Башҡортостанда 8 августа 471 пар өйләнешкән.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-26/v-bashkirii-v-krasivuyu-datu-25-08-2025-sygrali-43-svadby-4361827





Вернуться назад