1 сентябрҙә Башҡортостанда хәмер һатылмай
1 сентябрҙә Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан магазиндарҙа алкоголь продукцияһын һатыу тыйыла, тип иҫкә төшөрҙөләр республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында.
Бындай сикләү «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголь һәм спиртлы продукция етештереү һәм әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында» законға ярашлы билдәләнгән.
Сикләүҙәйәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыуға ҡағылмай», — тип билдәләнә сауҙа министрлығы белдереүендә.
Башинформ хәбәр иткәнсә, Өфөлә иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйылған урындар исемлеге киңәйтелде.