Урам һепереүсе эшенә зиннәтле сит ил машинаһында елдереп кенә килә һәм, багажнигынан һеперткеһен сығарып, биләмәне таҙарта ла ҡала ситендәге йәйге йортона китә... "Беҙҙең илдә ябай эшсе был тиклем үк байый алмай, буш һүҙ", — тиеүселәрҙе Илнур Ибраһимов менән таныштырабыҙ.
Башҡорт дәүләт медицина университетының IV курсын тамамлаған буласаҡ теш табибы 11 ойошмала урам һепереүсе булып эшләй.
— I курста лекцияға китеп барышлай "Каруанһарай" сауҙа-эш комплексында иғлан күреп ҡалдым. "Ниңә эшләп ҡарамаҫҡа?" тип инеп сығырға булдым. "Ҡар көрәй беләһеңме?" — тип һоранылар ҙа эшкә ҡабул иттеләр. Тирә-яҡты таңғы 6-ла уҡ таҙартып ҡуйыуымды белгәс, эргәләге ойошмалар ҙа үҙҙәренә саҡыра башланы, — ти өлгөр егет.
"Эштең ояты юҡ" тигән тормошсан һәм тапҡыр әйтем йыш осрауға ҡарамаҫтан, күпселек йәштәрҙең эшсе һөнәрҙәренә мөнәсәбәте бер ҙә ыңғайламай. Һуңғы арала Өфөлә эшселәрҙең етешмәүе лә шуға бәйле. Үҙебеҙҙең егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ вуз дипломын алып күпкә өмөт иткән арала көньяҡтағы ватандаштарыбыҙ йәки Үзбәкстан, Тажикстан граждандары мул ғына аҡсаны "көрәп" алып ҡайтып китә. Мәҫәлән, Илнурҙың урам һепереп тапҡан айлыҡ килеме 60 мең һумға етә, өҫтәүенә дәүләт ойошмалары өс ай һайын премия бирә. Эш хаҡының бер өлөшөн университеттағы уҡыуы өсөн түләй. III курста егет "Дэу Нексия" алып ебәрә. Быйыл уны ҡиммәтле "Мицубиси Лансер"ға алмаштырған. Бынан тыш, йорт һалыу ниәте менән ҡала ситенән ер алған.
Етеш тормошта йәшәр өсөн иртә таңдан торорға, эштән ҡурҡмаҫҡа кәрәклеген Илнур бәләкәйҙән ата-әсәһенән күреп үҫә. Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында улар әллә нисә гектар еләк-емеш баҡсаһы тота, баҫыу тултырып үлән сәсеп көн итә. Шуға ла Илнурҙың ун йәше тулыр-тулмаҫтан трактор менән кәбән ташыуына, хәҙер инде 11 урында ең һыҙғанып эшләүенә, ялында бесән сабырға тип ашҡынып ауылға ҡайтыуына аптырайһы түгел.
Көнөнә ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө эш башҡарған егетте хәлһеҙләнгән, арыған тип күҙ алдына килтереүселәр бик хаталана. Илнурҙың йөҙөнән һис ҡасан ихлас йылмайыу китмәй, кешеләр менән аралашырға әүәҫ. Ғөмүмән, уңышлы егет икәнлеге бөтөн ҡиәфәтендә сағыла. Эштән ял таба йөрәк, тип фәҡәт уның хаҡында әйтелгән кеүек. Дуҫтары менән республиканың хозур урындарына сәйәхәт ҡылырға, тыуған ауылына Өфө артистарын алып ҡайтып концерт ойошторорға ла дәрте ҡала әле.
— "Рафаэль ағайҙың малайҙарына эш бирмәһәң — илайҙар", тип көләләр атайымдан. Ысынлап та, эшһеҙ бер көн дә йәшәй алмайым. Көн-төн Интернетта, төрлө социаль бәйләнештә ултырыусы йәштәрҙең ваҡытын ҡыҙғанам, — ти һәр минуттың ҡәҙерен белергә өйрәнгән егет. — Иң мөһиме, эш уҡыуыма зыян килтермәй, сөнки башҡаларҙың хеҙмәт көнө башланып ҡына торғанда минеке тамамланырға ла өлгөрә. Ойошмалар бер-береһенә яҡын урынлашҡан. Иртәнге 6-нан 9-ға тиклем барыһында ла эшләргә ваҡытым етә. Һеперткем гел багажникта йөрөй.
Йәйге оҙон көндәрҙең дә файҙаһын күреп ҡалырға тырыша ул. Газон сапҡыс алып, Өфөнөң "Рублёвка"һы — Чесноковка ҡасабаһы коттедждары ихатаһындағы үләнде тигеҙләй.
"Бәхет аҡсала түгел, тип күптәр аҙына ла шөкөр итеп йәшәй. Һинеңсә, тормошта аҡса мөһимме?" — тип һорамай булдыра алманыҡ егеттән.
— Аҡсаң күп булһа, йәшәүе күңелле, әлбиттә. Әммә тормош мәғәнәһе унда түгел. Тыуған йортҡа ҡайтҡан һайын атай-әсәйем һағынып ҡаршы алһа һәм иҫән-һау йөрөүемде теләп оҙатып ҡалһа — минең өсөн шул бәхет. Матур итеп аралашырҙай аҡыллы ҡыҙҙы осратһам, тағы бәхетлерәк булыр инем, — тип яуапланы ул.
Шул мәл, әңгәмәбеҙҙе өҙөп, Илнурҙың телефоны шылтыраны. Чесноковкаға үлән сабырға саҡыралар икән. Эшлекле егетте тотҡарламайыҡ тип, аҙаҡҡы һорауыбыҙҙы биреп ҡалырға ашыҡтыҡ. Осҡон сәсеп торған ҡараштары киләсәктә ҡайһы тарафҡа төбәлгән икән?
— Уҡып бөтөү менән багажниктағы һеперткене стоматолог ҡорамалдарына алмаштырасаҡмын. Һөнәрем буйынса тәжрибә туплағас, анауындай "текә" клиникамды төҙөгөм килә, — тип арттағы бинаға ымланы.
Шунан? "Ябай эшсе байый алмай" тиеүселәр арағыҙҙа ҡалдымы?
Нурзиә ХӘСӘНОВА