Башҡортостанда ДОСААФ йорто төҙөлә25.08.2025
Фото: Башҡортостан ДОСААФ-ы

Башҡортостанда ДОСААФ йорто төҙөлә


Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе нигеҙендә ДОСААФ йортон төҙөү планлаштырыла. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ойошманың республика филиалы етәксеһе Игорь Нурмөхәмәтов ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.

Бында армия ҡул һуғышы, фиджитал-спорт, дрон ярыштары, страйкбол уйындары, практик атыу дәрестәре, БПЛА һәм тактик медицина буйынса курстар ойоштороу, шулай уҡ парашют-десант әҙерлеге алып барыу планлаштырыла.


«Оборона йәмғиәтенең күләмле эшен тергеҙеүҙе беҙҙең базаларҙа хәрби-ғәмәли һәм техник спорт төрҙәрен үҫтереү өсөн шарттар булдырыуҙа, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырылыуға тиклемге әҙерлек, армия хеҙмәтенең абруйын күтәреү маҡсатында бушлай түңәрәк эшмәкәрлегенә йәлеп итеүҙә күрәбеҙ», — тине Нурмөхәмәтов.

Бынан алдараҡ Рәсәй ДОСААФ-ы етәксеһе Башҡортостан буйынса бүлексәһен илдә иң яҡшыларҙың береһе тип атаны.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-25/v-bashkirii-sozdadut-dom-dosaaf-4360546



Вернуться назад