Башҡортостан хөкүмәте һәм Рәсәй ДОСААФ-ы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө25.08.2025
Фото: Башҡортостан хөкүмәте

Башҡортостан хөкүмәте һәм Рәсәй ДОСААФ-ы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте рәйесе Денис Добряков менән осрашты.

Яҡтар республикала ДОСААФ-тың төбәк бүлексәһе эшен, йәштәргә илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙе һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Башҡортостан Башлығы республикабыҙҙа ДОСААФ-тың көслө командаһы эшләүен әйтеп үтте.


– Беҙҙә саҡырылышҡа тиклемге әҙерлек яҡшы ойошторолған. «Патриот» хәрби-патриотик паркын әүҙем үҫтерәбеҙ, уның филиалдар селтәрен киңәйтергә ниәтләйбеҙ. Юғары класс уҡыусылары унда биш көнлөк курстар үтһен тигән бурыс ҡуйғанбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ артабан да бергә эшләргә, яңы үҫеш нөктәләре тураһында фекер алышырға әҙербеҙ.


Денис Добряков төбәктең ойошма менән хеҙмәттәшлек итеү йәһәтенән эшен юғары баһаланы.


– Республикала ДОСААФ эшмәкәрлегенә ҙур иғтибар бүлеүегеҙ өсөн рәхмәт. Башҡа төбәктәрҙе лә һеҙҙең иң яҡшы тәжрибәләрегеҙ менән таныштырырбыҙ, – тип билдәләне Денис Добряков.


Осрашыуҙа Радий Хәбиров һәм Денис Добряков Башҡортостан хөкүмәте менән Рәсәй ДОСААФ-ы араһында хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара эш итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ хәрби-патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә әҙерләү, хәрби-иҫәп һөнәрҙәре буйынса уҡытыу, физик культураны үҫтереү, хәрби-ғәмәли, адаптив спорт төрҙәре һәм башҡа өлкәләрҙә уртаҡ эште күҙ уңында тота.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-25/pravitelstvo-bashkirii-i-dosaaf-rossii-podpisali-dogovor-o-sotrudnichestve-4360960



Вернуться назад