Республикала фельдшерҙарға бер тапҡыр бирелә торған пособие биреү тәртибе үҙгәрҙе
Башҡортостанда республиканың фельдшер-акушерлыҡ пункттарына эшкә урынлашҡан фельдшерҙарға (акушерҙарға) бер тапҡыр бирелә торған пособие биреү тәртибе үҙгәрҙе.
Республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Әлеге үҙгәрештәргә ярашлы, 2016 йылдың 1 ғинуарынан эшкә ҡабул ителгән фельдшерҙар (акушеркалар) 2025 йылда бер тапҡыр бирелә торған пособиеға дәғүә итергә хоҡуҡлы.
Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала алкоголь продукцияһын һатыу залдарына талаптарҙы раҫлауҙары хаҡында хәбәр иткәйне.