«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды
«Медиалогия» компанияһы 2025 йылдың икенсе кварталы өсөн рейтинг төҙөгән. Ул «Медиалогия» системаһының киң мәғлүмәт саралары (ТВ, радио, гәзит-журнал, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернеттағы киң мәғлүмәт саралары) нигеҙендә әҙерләнгән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы 76,15 цитата килтереү индексы менән беренсе урынды биләй. Икенсе урында - Mkset.ru (61,04), артабан Ufatime.ru килә (46,64). Дүртенселә - РБК (41,08), бишенселә иһә Ufa1.ru (37,41).