Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр
«Турахан» визит-үҙәге янында уҙған милли аш-һыу фестивале барышында донъялағы иң ҙур тултырылған тауыҡ бешергәндәр. Был башҡорт халҡының милли ризыҡтарының береһе булып тора.
Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, рекорд өсөн 20 килограмм ит, 80 йомортҡа һәм өс литр ҡаймаҡ кәрәк булған. Был 400 кешегә етә тигән һүҙ.
«Шишмә районында бына шундай тәмле милли аш-һыу фестивале уҙҙы. Шишмә халҡын һәм ҡунаҡтарҙы һыйланылар», — тип йомғаҡ яһаны Данир Ғәйнуллин.